Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

78-СЕ ДӘРЕС

Ғайса Батшалыҡ хаҡында вәғәзләй

Ғайса Батшалыҡ хаҡында вәғәзләй

Һыуға сумдырылыуынан һуң күп тә үтмәй Ғайса: «Күктәр Батшалығы яҡынлашты», — тип вәғәзләй башлай. Ул шәкерттәре менән бергә Галиле́я һәм Йәһүҙиә́ буйлап йөрөй. Тыуған ҡалаһы Назараға́ ҡайтҡас, Ғайса синаго́гаға килә. Ул Ишағыя́ пәйғәмбәрҙең яҙыу төргәген аса ла ошондай һүҙҙәрҙе ҡысҡырып уҡый башлай: «Мин һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләй алһын өсөн, Йәһүә миңә изге рухын бирҙе». Был һүҙҙәр нимәне аңлатҡан? Кешеләргә Ғайсаның мөғжизәләре оҡшаған, ләкин Йәһүә уға изге рухын тәү сиратта һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләр өсөн биргән. Төргәктәге был һүҙҙәрҙе уҡып, Ғайса: «Бөгөн был һүҙҙәр тормошҡа ашты», — тигән.

Шунан һуң Ғайса Галиле́я күле янына китә. Унда ул дүрт балыҡсыны осрата. Һуңыраҡ улар Ғайсаның шәкерттәре булып китәсәк. Ғайса уларға: «Миңә эйәрегеҙ! Мин һеҙҙе кеше аулаусылар итермен», — ти. Улар араһында Пётр, Андрей, Яҡу́б һәм Яхъя була. Шунда уҡ, ауҙарын ташлап, улар Ғайсаға эйәрә. Һәм бергәләшеп улар бөтә Галиле́я буйлап кешеләргә Йәһүәнең Батшалығы хаҡында һөйләп йөрөй. Синаго́галарҙа, баҙарҙарҙа, һәм урамдарҙа вәғәзләй. Уларға күп кеше эйәрә. Ғайса тураһында хәбәр бөтә ергә тарала, хатта Сү́риәгә барып етә.

Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Ғайса ҡайһы бер шәкерттәренә үҙенә күрә бер көс бирә. Улар шул көс ярҙамында төрлө ауырыуҙарҙы һауыҡтыра һәм ендәрҙе ҡыуып сығара. Ә башҡа шәкерттәр менән ул ҡалалар һәм ауылдар буйлап вәғәзләй. Шәкерттәр араһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа була. Мәҫәлән, Мәрйә́м Магдали́на, Иоа́нна һәм Суса́нна. Был ҡатын-ҡыҙҙар Ғайса һәм уның шәкерттәре хаҡында ҡайғырта.

Ғайса шәкерттәрен өйрәтеп, уларҙы вәғәзгә ебәрә. Галиле́яла күп кеше уның шәкерте булып китә һәм һыуға сумдырыла. Кешеләр шул тиклем күп була, Ғайса хатта уларҙы ашлыҡ өлгөргән баҫыу менән сағыштыра. Ул былай ти: «Йәһүәгә доға ҡылығыҙ. Ашлыҡты урып алырға күберәк эшселәр ебәрһен». Шунан һуң Ғайса 70 шәкертен һайлап, уларҙы икешәрләп бөтә Йәһүҙиәлә́ вәғәзләргә ебәрә. Улар төрлө кешеләргә Батшалыҡ хаҡында һөйләй. Шәкерттәр ҡыуана-ҡыуана ҡайтҡас, Ғайсаға хеҙмәттәге осраҡтарҙы һөйләй башлай. Күреүебеҙсә, Иблис вәғәз эшенә ҡамасаулай алмаған.

Ғайса шуға ышанған: үҙе күккә күтәрелгәс, уның шәкерттәре унан башҡа ла был мөһим эште дауам итәсәк. Ул: «Ошо һөйөнөслө хәбәрҙе бөтә ерҙә вәғәзләгеҙ. Кешеләргә Алла Һүҙен аңларға ярҙам итегеҙ һәм уларҙы һыуға сумдырығыҙ», — тип ҡушҡан уларға.

«Алла Батшалығы тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе башҡа ҡалаларға ла еткерергә тейешмен. Мин шуның өсөн ебәрелдем бит» (Лука 4:43)