Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

79-СЫ ДӘРЕС

Ғайса күп мөғжизә ҡыла

Ғайса күп мөғжизә ҡыла

Ғайса ергә Алла Батшалығы хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләр өсөн килгән. Ғайсаның батша булараҡ киләсәктә нимә эшләйәсәген күрһәтер өсөн, Йәһүә уға изге рух биргән. Изге рух ярҙамында Ғайса мөғжизәләр ҡылған. Шул уҡ изге рух ярҙамында ул кешеләрҙе төрлө ауырыуҙарҙан шәбәйткән, ярҙам һорап килгән кешеләрҙең барыһын да һауыҡтырған. Һуҡырҙар күрә, һаңғырауҙар ишетә башлаған, паралич һуҡҡан кешеләр яңынан аяҡҡа баҫҡан, ә енле кешеләр ендәрҙән ҡотолған. Хатта уның кейеменә саҡ ҡына ҡағылған кешеләр ҙә һауыҡҡан. Ҡайҙа ғына бармаһын, халыҡ Ғайса артынан эйәргән. Яңғыҙы ғына ҡалырға теләгән саҡта ла ул кешеләрҙе ҡыуып ебәрмәгән.

Бер ваҡыт Ғайса туҡталған өйгә паралич һуҡҡан кешене күтәреп килтерәләр. Әммә өйгә халыҡ шул тиклем күп йыйылған, хатта улар инә лә алмай. Аптырағас, был кешене алып килгән ирҙәр, өйҙөң түбәһен һүтеп, уны шул тишектән Ғайса янына төшөрә. Ғайса был иргә: «Тор ҙа атлап кит», — ти. Кеше шунда уҡ тора ла атлап китә. Бар халыҡ хайран ҡала.

Шулай бер саҡ Ғайса бер ауылға килә. Уны махау сирле 10 кеше күреп: «Ғайса, беҙгә ярҙам итсе!» — тип ҡысҡыра башлай. Был кешеләр алыҫта ғына торған, сөнки ул ваҡытта махаулыларға башҡа кешеләргә яҡын килергә ярамаған. Ғайса уларға Алла Йортона барырға ҡуша. Сөнки, Йәһүә Ҡануны буйынса, ундай ауырыуҙан һауыҡҡан кешене рухани ҡарарға тейеш булған. Алла Йортона барышлай улар барыһы ла һауыға. Тик уларҙың береһе генә, үҙенең һауыҡҡанын тойғас та, Ғайса янына килеп, рәхмәт әйтә һәм Алланы данлай. Эйе, 10 кешенең береһе генә Ғайсаға рәхмәтле була.

Бер ҡатын 12 йыл буйы ауырый. Ул бер нисек тә һауыға алмай. Бер саҡ ул халыҡ араһына инә лә, Ғайсаның артынан килеп уның кейеменә ҡағыла. Ҡатын шунда уҡ һауыға. Ғайса иһә: «Кем кейемемә ҡағылды?» — тип һорай. Ҡатын ҡурҡып китә. Әммә ул барыбер Ғайсаның алдына сыға һәм барыһын да һөйләп бирә. Ғайса уны йыуатып: «Ҡыҙым, бар, имен йөрө», — ти.

Синаго́га башлығы, Яи́р исемле кеше, Ғайса янына килеп, уның өйөнә барыуын үтенә. «Минең бәләкәй ҡыҙым үлем хәлендә ята», — ти ул. Әммә Ғайса Яирҙы́ң өйөнә барып еткәнсә, ҡыҙ үлә. Өй янында халыҡ йыйылған. Улар ҡыҙҙың туғандарына ҡушылып үкһеп илай. «Иламағыҙ, ул үлмәгән, йоҡлай ғына», — ти Ғайса уларға. Шунан ҡыҙҙың ҡулынан тота ла: «Балам, тор!» — тип өндәшә. Ҡыҙ шунда уҡ урынынан тора. Ғайса уға ашарға бирергә ҡуша. Ата-әсәнең нисек шатланғанын күҙ алдыңа ғына килтер!

«Алла... Ғайсаны Изге Рух менән һуғарып, Уға ҡөҙрәт бирҙе. Ғайса, яҡшылыҡ ҡылып, Иблис йонсотҡан кешеләрҙе һауыҡтырып йөрөнө, сөнки Алла Уның менән булды» (Ғәмәлдәр 10:38)