Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

81-СЕ ДӘРЕС

Тауҙағы вәғәз

Тауҙағы вәғәз

Ғайса тау итәгендә халыҡ йыйылғанын күрә һәм илселәре менән шунда бара. Кешеләр Галиле́я, Йәһүҙиә́, Тир, Сидо́н, Сү́риәнән һәм Иорда́н аръяғынан йыйылған. Улар төрлө ауырыуҙарҙан интеккән кешеләрҙе һәм ен эйәләшкәндәрҙе алып килгән. Ғайса уларҙың барыһын да һауыҡтыра. Аҙаҡ ул ултыра ла уларҙы өйрәтә башлай. Ғайса кешеләргә Алланың дуҫы булыр өсөн нимә эшләргә кәрәк икәнен аңлата. Кеше шуны танырға тейеш: ул Аллаһыҙ йәшәй алмай, уға Йәһүәне яратырға өйрәнергә кәрәк. Әммә кешеләрҙе яратмаһаҡ, беҙ Алланы ярата алмайбыҙ. Беҙ һәр кемгә ҡарата игелекле һәм намыҫлы булырға тейеш, хатта беҙгә насарлыҡ эшләгән кешеләргә лә.

Ғайса былай ти: «Дуҫтарҙы ғына яратыу етерлек түгел. Беҙ дошмандарыбыҙҙы ла яратырға һәм кешеләрҙе бөтә йөрәктән ғәфү итергә тейеш. Берәйһе һиңә үпкәләһә, уға шунда уҡ барып, ғәфү үтен. Кешеләрҙең һиңә нимә эшләүен теләһәң, үҙең дә уларға шуны эшлә».

Ғайса шулай уҡ аҡсаға дөрөҫ ҡарарға өйрәтә. Ул былай ти: «Йәһүә менән дуҫлыҡ аҡсаға ҡарағанда күпкә мөһимерәк. Аҡсаны ҡараҡ урларға мөмкин, ә Йәһүә менән дуҫлығыңды бер кем дә урлай алмай. Нимә ашарға, нимә эсергә йә нимә кейергә, тип борсолмағыҙ. Ҡоштарға ҡарағыҙ. Алла улар хаҡында ҡайғырта, һәм уларҙың ризығы һәр ваҡыт етерлек. Кеше, борсолоп, үҙ ғүмерен оҙайта алмай. Иҫтә тотоғоҙ, һеҙгә нимә кәрәк икәнен Йәһүә бик яҡшы белә».

Бер кемдең дә бер ҡасан да Ғайса кеүек өйрәткәне булмаған. Дини етәкселәр, йәғни фарисейҙар һәм ҡанун белгестәре, халыҡты бер ваҡытта ла былай өйрәтмәгән. Ни өсөн Ғайса шундай бөйөк остаз булған һуң? Сөнки ул Йәһүә өйрәткәнде һөйләгән.

«Ҡамытымды үҙегеҙгә кейегеҙ ҙә, Минән өйрәнегеҙ, сөнки Мин — йыуаш, баҫалҡы, шул мәлдә күңелегеҙгә тыныслыҡ табырһығыҙ» (Матфей 11:29)