Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

82-СЕ ДӘРЕС

Ғайса доға ҡылырға өйрәтә

Ғайса доға ҡылырға өйрәтә

Фарисейҙар һәр нәмәне башҡаларҙы ғәжәпләндерер өсөн эшләгән. Игелекле эштәрҙе лә улар кешеләр күрһен өсөн генә башҡарған. Улар халыҡ күп булған ерҙә доға ҡылған. Фарисейҙар оҙон доғалар ятлаған һәм уларҙы синаго́галарҙа, урам саттарында ҡысҡырып уҡыған. Шуға күрә лә кешеләр, Ғайса әйткәндәрҙе ишеткәс, бик ғәжәпләнгән, сөнки ул былай тигән: «Доға ҡылғанда фарисейҙар һымаҡ булмағыҙ. Улар, доғабыҙҙа күп һүҙ әйтһәк, Алла хайран ҡалып тыңлар, тип уйлай. Әммә был дөрөҫ түгел. Доға — ул Йәһүә менән икәү-ара ғына һөйләшеү. Бер үк нәмәне ҡат-ҡат әйтмәгеҙ. Йәһүәгә үҙегеҙҙе нимә борсоғаны хаҡында һөйләгеҙ».

Ғайса былай тип доға ҡылырға өйрәткән: «Күктәге Атабыҙ! Исемең изге тип танылһын. Һинең Батшалығың килһен. Күктәге кеүек, ерҙә лә ихтыярың үтәлһен». Ғайса шулай уҡ, көндәлек ризыҡ хаҡында, гонаһтар кисерелеүе һәм башҡа шәхси үтенестәр тураһында доға ҡылырға кәрәк, тигән.

Ғайса былай тип өҫтәгән: «Өҙлөкһөҙ доға ҡылығыҙ. Йәһүә Атайығыҙҙан ярҙам һорағыҙ. Һәр ата-әсә үҙ балаһына иң яҡшыһын бирергә теләй. Улдары икмәк һораһа, улар таш тотторорҙармы ни? Йә балыҡ һораһа, йылан бирерҙәрме ни?»

Шунан Ғайса был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлатҡан: «Һеҙ балаларығыҙға яҡшы бүләктәр бирә беләһегеҙ икән, Атағыҙ Йәһүә һеҙгә бигерәк тә изге рухын бирәсәк! Һеҙгә һорарға ғына кәрәк». Ә һин, Ғайса өйрәткәнсә, эш итәһеңме? Һин нимә тураһында доға ҡылаһың?

«Һорағыҙ — һәм һеҙгә бирерҙәр; эҙләгеҙ — һәм табырһығыҙ; шаҡығыҙ — һәм һеҙгә асырҙар» (Матфей 7:7)