Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

84-СЕ ДӘРЕС

Ғайса һыу өҫтөнән атлай

Ғайса һыу өҫтөнән атлай

Ғайса ауырыуҙарҙы һауыҡтырыу һәм үлеләрҙе терелтеү генә түгел, хатта ел менән ямғырҙы ла буйһондора алған. Тауҙа доға ҡылып бөткәс, Ғайса Галиле́я күленә ҡарай һәм унда көслө дауыл ҡупҡанын күрә. Уның илселәре кәмәлә елгә ҡаршы көскә-көскә ишә. Ғайса тауҙан төшә лә, һыу өҫтөнән атлап уларға табан китә. Күл өҫтөнән килгән кешене күреп, илселәр бик ҡурҡа. Әммә Ғайса уларға: «Был мин. Ҡурҡмағыҙ!» — ти.

Пётр уға: «Хужам! Әгәр был ысынлап та һин булһаң, миңә үҙ яныңа барырға ҡушсы», — тип ҡысҡыра. «Кил», — ти Ғайса. Тирә-яҡта ел-дауыл ҡоторһа ла, Пётр кәмәнән төшөп, һыу өҫтөнән Ғайсаға табан китә. Әммә Ғайсаға яҡынлашҡас, ул дауылға ҡарап ҡурҡып китә һәм бата башлай. «Хужам, ҡотҡар мине! — тип ҡысҡырып ебәрә ул. Ғайса уны эләктереп ала ла: «Ниңә икеләнеп ҡалдың? Ҡайҙа һинең иманың?» — ти.

Ғайса менән Пётр илселәр янына килеп кәмәгә ултыра, һәм шунда уҡ ел-дауыл баҫыла. Шул ваҡытта илселәр нимә хис иткәнен күҙ алдыңа ғына килтер! «Һин ысынлап та Алла Улы!» — тип әйтә улар.

Был берҙән-бер генә осраҡ булмаған. Кәрәк саҡта Ғайса тәбиғәт көстәрен тынысландыра алған. Шулай бер ваҡыт Ғайса үҙенең илселәре менән диңгеҙ аръяғына йөҙөп барғанда кәмәлә йоҡлап китә. Көслө дауыл ҡуба. Тулҡындар кәмәгә бәрелә-һуғыла, уны һыу менән тултыра башлай. Илселәр, Ғайсаны уятып: «Остаз, батабыҙ бит! Ярҙам ит!» — тип ҡысҡыра. Ғайса тора ла диңгеҙгә: «Баҫыл!» — тип бойора. Шунда уҡ ел туҡтай, диңгеҙ тыныслана. «Иманығыҙ ҡайҙа?» — тип һорай Ғайса илселәренән. Шәкерттәр: «Уға хатта ел дә, тулҡындар ҙа буйһона!» — тиешә. Илселәр шуны аңлай: әгәр улар Ғайсаға тулыһынса ышанһа, бер ни ҙә ҡурҡыныс түгел.

«Ҡурҡма, ышан ғына!» (Марк 5:36)