Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

85-СЕ ДӘРЕС

Ғайса Шәмбе көнө һауыҡтыра

Ғайса Шәмбе көнө һауыҡтыра

Фарисейҙар Ғайсаны нәфрәт иткән һәм уны ҡулға алырға сәбәп эҙләгән. Улар Ғайсаға: «Һин халыҡты Шәмбе көнө һауыҡтырырға тейеш түгелһең!» — тигән. Шәмбе иһә йәһүдтәрҙең ял көнө булған. Бер ваҡыт Шәмбе көнө Ғайса урамда хәйер һорашып ултырған һуҡыр кешене күрә. Ул шәкерттәренә: «Хәҙер һеҙ Алла көсөнөң ошо кешегә нисек ярҙам итеүен күрәсәкһегеҙ», — ти. Ғайса төкөрөгөн тупраҡ менән бутап, шуны һуҡырҙың күҙҙәренә һөртә. Аҙаҡ һуҡырға: «Бар, Силоам быуаһына барып, битеңде йыу», — ти. Теге кеше барып битен йыуғас, үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр күрә башлай.

Быға халыҡ таң ҡала. Улар: «Был теге хәйер һорап ултырған кеше түгелме һуң? Әллә уға оҡшаған ғынамы?» — тиешә. Ул кеше үҙе иһә: «Эйе, был мин! Мин тыумыштан һуҡыр инем», — тип яуап бирә. Халыҡ аптырап: «Ә һин нисек күрә башланың һуң?» — тип һорай. Теге кеше барыһын да һөйләп биргәс, уны фарисейҙар янына алып баралар.

Һауыҡҡан кеше фарисейҙарға: «Ғайса минең күҙҙәремә нимәлер һөрттө лә, барып йыуын, тине. Йыуынғайным, күрә башланым», — тип яуап ҡайтара. Фарисейҙар быны ишеткәс: «Был кешенең көсө Алланан түгел, сөнки ул Шәмбе көнө һауыҡтыра», — ти. Халыҡ иһә: «Әгәр көсө Алланан булмаһа, ул бөтөнләй һауыҡтыра алмаҫ ине», — тип ҡаршы төшә.

Фарисейҙар һауыҡҡан кешенең ата-әсәһен саҡыртып, уларҙан: «Нисек улығыҙ күрә башланы һуң?» — тип һорай. Һуҡырҙың ата-әсәһе ҡурҡҡан, сөнки фарисейҙар, Ғайсаға ышанған һәр кемде синаго́ганан ҡыуабыҙ, тип янаған. Шуға ла улар: «Беҙ белмәйбеҙ. Уның үҙенән һорағыҙ», — тип яуаплай. Фарисейҙар һауыҡҡан кешегә күп һорауҙар бирә. Ахырҙа тегеһе, түҙемлеге бөтөп: «Мин һеҙгә барыһын да һөйләп бирҙем бит. Ни өсөн бер үк нәмәне ҡат-ҡат һорайһығыҙ?» — ти. Фарисейҙар ярһып китеп, уны ҡыуып сығара.

Ғайса, элекке һуҡырҙы эҙләп табып: «Һин Мәсихкә ышанаһыңмы?» — тип һорай. «Уның кем икәнен белһәм, ышаныр инем», — тип яуап бирә тегеһе. «Мәсих — ул мин», — тип әйтә Ғайса. Эйе, Ғайса ул кеше өсөн күп игелек эшләгән. Һауыҡтырыуҙан тыш уға иман үҫтерергә лә ярҙам иткән.

«Һеҙ яңылышаһығыҙ, сөнки Изге Яҙманы ла, Алланың ҡөҙрәтен дә белмәйһегеҙ» (Матфей 22:29)