Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

86-СЫ ДӘРЕС

Ғайса Лазарҙы терелтә

Ғайса Лазарҙы терелтә

Ғайсаның Вифа́нияла өс яҡын дуҫы йәшәй. Улар бер туған — Ла́зарь, Мәрйә́м һәм Ма́рфа. Бер ваҡыт, Ғайса Иорда́н аръяғында булғанда, Мәрйә́м менән Ма́рфа уға ашығыс хәбәр ебәрә: «Ла́зарь ҡаты ауырып китте. Тиҙерәк килеп ет!» Ләкин Ғайса барырға ашыҡмай. Ике көн үткәс кенә ул шәкерттәренә: «Вифа́нияға барайыҡ. Ла́зарь йоҡлап киткән, мин уны уятырға барам», — ти. Илселәр иһә: «Йоҡлағас, һауығыр!» — тиҙәр. Шунлыҡтан Ғайса уларға асыҡ итеп: «Ла́зарь үлгән», — ти.

Ғайса Вифа́нияға килеп еткәндә, Ла́зарь дүрт көн инде ҡәберҙә ятҡан була. Ма́рфа менән Мәрйәмде́ йыуатырға күп кеше йыйылған. Ғайсаның килеүен ишетеп, Ма́рфа уның ҡаршыһына йүгерә. «Хужам, һин бында булһаң, ҡустыбыҙ үлмәгән булыр ине», — ти Ма́рфа. Ғайса: «Ҡустығыҙ тереләсәк. Һин быға ышанаһыңмы?» — тип уны йыуатырға тырыша. Ма́рфа: «Терелтеү ваҡытында тереләсәген беләм», — тип яуап бирә. Ғайса уға: «Мин — терелеү һәм тормош», — ти.

Ма́рфа, Мәрйә́м янына килеп, уға: «Ғайса бында», — ти. Мәрйә́м Ғайсаға табан йүгерә, ҡалғандар ҙа уға эйәрә. Ул Ғайсаның аяғына йығылып: «Һин бында булһаң, ҡустыбыҙ үлмәгән булыр ине!» — тип үкһеп илай башлай. Ғайса уның ни тиклем ғазапланғанын күреп, үҙе лә илай. Кешеләр: «Ҡарағыҙ, ул Ла́зарҙы нисек яратҡан икән!» — тиешә. Әммә ҡайһы берҙәре: «Дуҫын үлемдән һаҡлап ҡала алмағанмы икән ни?» — тип аптырай. Ғайса нимә эшләр?

Ғайса Ла́зарҙың ҡәбере янына килә. Ҡәбер мәмерйә кеүек булған, уға инеү юлы таш менән ҡаплап ҡуйылған. Ғайса: «Ташты ситкә шылдырығыҙ!» — ти. Ма́рфа: «Дүрт көн үтте бит инде! Кәүҙәһе инде еҫләнгәндер», — тип ҡаршы төшә. Шулай ҙа мәмерйә ауыҙынан ташты алып ҡуялар. Ғайса былай тип доға ҡыла: «Атам! Мине ишеткәнең өсөн рәхмәт! Һин һәр ваҡыт мине ишетәһең. Әммә ошондағы кешеләр мине һин ебәргәнгә ышанһын өсөн ҡысҡырып өндәшәм!» Шулай тигәс, ул көслө тауыш менән: «Ла́зарь, сыҡ!» — ти. Һәм бына, үлгән кеше килеп сыға! Уның аяҡ-ҡулы етен кәфенгә уралған. Ғайса: «Кәфенен сисегеҙ, атлап китһен!» — ти.

Быны күргән кешеләрҙең күбеһе Ғайсаға ышана башлай. Ә ҡайһы берҙәре, фарисейҙарға барып, Ғайса ҡылған эштәр тураһында һөйләп бирә. Шул ваҡыттан бирле фарисейҙар Ла́зарь менән Ғайсаны үлтерергә була. Ун ике илсенең береһе, Йәһүҙә́ Искарио́т йәшерен генә фарисейҙар янына бара. Ул: «Ғайсаны тоторға ярҙам итһәм, миңә күпме аҡса бирерһегеҙ?» — тип һорай. Тегеләр уға 30 көмөш тәңкә вәғәҙә итә. Шунан бирле Йәһүҙә́ Ғайсаны фарисейҙар ҡулына тапшырыр өсөн уңайлы осраҡ эҙләй башлай.

«Беҙҙең өсөн хаҡ Алла — беҙҙе ҡотҡарыусы Алла. Хоҙай Тәғәлә Йәһүә үлемдән азат итә» (Зәбур 68:20)