Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

88-СЕ ДӘРЕС

Ғайсаны ҡулға алалар

Ғайсаны ҡулға алалар

Ғайса илселәре менән Кедро́н үҙәне буйлап Зәйтүн тауына бара. Төн уртаһы. Күктә тулған ай яҡтырта. Гефсима́ния баҡсаһына килеп еткәс, Ғайса илселәренә: «Бында ҡалығыҙ һәм йоҡламаҫҡа тырышығыҙ», — ти. Шунан ул ситкәрәк китә лә, тубыҡлана. Ғайсаның күңеле ғазаплана һәм ул Йәһүәгә былай тип доға ҡыла башлай: «Барыһы ла һин теләгәнсә булһын». Шунда Йәһүә, Ғайсаны нығытыр өсөн, фәрештәһен ебәрә. Ғайса илселәре янына әйләнеп килә. Ҡараһа, улар йоҡлай. Ғайса уларға: «Тороғоҙ! Хәҙер йоҡлар ваҡыт түгел! Дошмандарым етеп килә инде», — ти.

Тиҙҙән Йәһүҙә́ килә. Ул үҙе менән ҡылыстар һәм суҡмарҙар тотҡан халыҡ төркөмөн эйәрткән. Ул Ғайсаны ҡайҙа табып була икәнен яҡшы белә, сөнки Ғайса илселәре менән йыш ҡына бында йыйыла торған булған. Йәһүҙә́, Ғайсаны танырға ярҙам итермен тип, һуғышсылар менән алдан уҡ һөйләшеп ҡуйған. Ул туп-тура Ғайсаға килеп: «Һаумы, Остаз!» — тип, уны үбеп ала. Ғайса уға: «Йәһүҙә́, һин миңә үбеүең менән хыянат итәһеңме?» — ти.

Ғайса алға сығып: «Һеҙ кемде эҙләйһегеҙ?» — тип һорай. Тегеләр: «Назаралы́ Ғайсаны», — тип яуаплай. «Ул — мин», — ти Ғайса. Шунда тегеләр, артҡа сигенеп, ергә йығылып китә. Ғайса ҡабат: «Кемде эҙләйһегеҙ?» — тип һорай. Улар: «Назаралы́ Ғайсаны», — ти. «Ул — мин, тип әйттем бит инде. Шәкерттәремде ебәрегеҙ», — ти Ғайса.

Пётр нимә булғанын аңлап ҡала. Ул ҡылысын ала ла иң баш руханиҙың хеҙмәтсеһенең ҡолағын сабып өҙә. Әммә Ғайса ул хеҙмәтсене һауыҡтыра ла Пётрға: «Ҡылысыңды алып ҡуй! Ҡылыс алһаң, үҙең ҡылыстан үлерһең!» — ти. Ғәскәриҙәр Ғайсаның ҡулдарын бәйләй. Илселәр иһә ҡаса. Шунан һуң халыҡ төркөмө уны Анна́с исемле баш рухани янына алып бара. Анна́с уға һорауҙар бирә лә иң баш рухани Каиа́фаға ебәрә. Ә илселәр менән нимә була?

«Донъяла һеҙ күп ҡайғылар кисерерһегеҙ, ләкин ҡыйыу булығыҙ: Мин донъяны еңдем!» (Яхъя 16:33)