Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

89-СЫ ДӘРЕС

Пётр Ғайсанан ваз кисә

Пётр Ғайсанан ваз кисә

Ғайса илселәренә һуңғы киске аш ваҡытында: «Бөгөн төнөн бөтәгеҙ ҙә мине ташлап ҡасасаҡһығыҙ», — ти. Пётр иһә: «Мин һине ҡалдырмаясаҡмын! Барыһы ла һине ҡалдырһа ла, мин бер ҡасан да ҡалдырмам», — тип ҡаршы төшә. Әммә Ғайса Пётрға: «Әтәс ҡысҡырғансы, һин, мине уны белмәйем, тип өс тапҡыр әйтәсәкһең», — ти.

Ғәскәриҙәр Ғайсаны Каиа́фаға алып киткәс, илселәр ҡасып бөтә. Әммә ике илсе халыҡ төркөмө артынан эйәрә. Уларҙың береһе — Пётр. Ул Каиа́фа йортоноң ишек алдына инә лә усаҡ янында йылынып тора. Ут яҡтыһында бер хеҙмәтсе ҡыҙ Пётрҙы танып ҡалып: «Һин Ғайса менән булдың!» — тип әйтә.

Пётр: «Юҡ, ул мин түгел! Мин һинең нимә һөйләүеңде аңламайым!» — ти һәм ҡапҡа янына бара. Әммә унда башҡа бер хеҙмәтсе ҡыҙ, уны күреп, унда тороусыларға: «Был кеше Ғайса менән булды!» — ти. Пётр: «Мин ул кешене белмәйем!» — тип яуап бирә. Шунда бер кеше: «Һин уларҙың береһе. Һөйләшеүең Галиле́янан булыуыңды күрһәтеп тора», — тип әйтә. Ләкин Пётр: «Мин ул кешене белмәйем!» — тип ант итә.

Тап шул ваҡытта әтәс ҡысҡырып ебәрә. Ғайса әйләнеп Пётрға ҡарай. Пётр Ғайсаның һүҙҙәрен иҫенә төшөрә. Ул урамға сыға ла әрнеп иларға тотона.

Шул арала йәһүдтәрҙең Юғары кәңәшмә ағзалары Ғайсаны хөкөм итер өсөн Каиа́фаның йортонда йыйыла. Улар Ғайсаны үлтерергә хәл иткәндәр инде, хәҙер һылтау ғына эҙләйҙәр. Әммә уны ғәйепләр өсөн сәбәп юҡ. Ахыр сиктә, Каиа́фа Ғайсанан туранан-тура былай тип һорай: «Һин Алла Улымы?» «Эйе», — тип яуап бирә Ғайса. Шунда Каиа́фа: «Беҙгә тағы ниндәй дәлил кәрәк? Ул бит Алланы хурлай!» Суд бындай ҡарар сығара: «Был кеше үлергә тейеш». Улар, Ғайсаның яңаҡтарына һуғып, уға төкөрә. Уның күҙен бәйләп: «Пәйғәмбәр булһаң, кем һуҡҡанын әйт!» — тип, туҡмайҙар.

Иртәнсәк улар Ғайсаны Юғары кәңәшмә залына алып баралар ҙа, унда ҡабат: «Һин Алла Улымы?» — тип һорайҙар. Ғайса: «Һеҙ үҙегеҙ минең ул икәнлегемде әйтәһегеҙ», — тип яуап бирә. Шунда уны Алланы хурлауҙа ғәйепләйҙәр һәм По́нтий Пила́т исемле Рим идарасыһының һарайына килтерәләр. Шунан һуң нимә булған? Әйҙә, беләйек.

«Ваҡыт... етте инде: һеҙ барығыҙ ҙа, Мине яңғыҙ ҡалдырып, өйҙәрегеҙгә таралырһығыҙ. Ләкин Мин яңғыҙ түгел, сөнки Атам Минең менән» (Яхъя 16:32)