Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

90-СЫ ДӘРЕС

Ғайса Голгофала үлә

Ғайса Голгофала үлә

Баш руханиҙар Ғайсаны идарасы һарайына алып бара. Пила́т уларҙан: «Был кешене нимәлә ғәйепләйһегеҙ?» — тип һорай. Тегеләр иһә: «Ул үҙен батша тип атай!» — тип яуаплай. Шунан Пила́т Ғайсанан: «Һин йәһүдтәр батшаһымы?» — тип һорай. «Минең Батшалығым был донъяныҡы түгел», — тип яуап бирә Ғайса.

Шунан һуң Пила́т, Ғайсаның ғәйеплеме, юҡмы икәнен билдәләр өсөн, уны Галиле́яның башлығы И́родҡа ебәрә. И́род, Ғайсаны ғәйепләргә бер сәбәп тә тапмағас, уны кире Пилатҡа́ ебәрә. Пила́т кешеләргә: «Мин дә был кешене ғәйепле тип тапманым, И́род та. Шуға уны азат итәм», — ти. Әммә халыҡ: «Үлтер уны! Үлтер!» — тип ҡысҡыра. Ғәскәриҙәр уны сыбыртҡылай, уға төкөрә һәм йоҙроҡлап туҡмай. Улар Ғайсаның башына сәнскәк ботаҡтарынан таж үреп: «Һаумы, йәһүдтәр Батшаһы!» — тип, уны мыҫҡыллай. Пила́т ҡабат халыҡҡа өндәшә: «Мин был кешене ғәйепһеҙ тип уйлайым». Әммә халыҡ: «Уны бағанаға ҡаҙаҡлат!» — тип ҡысҡыра. Шуға күрә Пила́т уны язалап үлтерергә ҡуша.

Ғайсаны Голго́фа тип аталған урынға килтерәләр. Унда уны бағанаға ҡаҙаҡлайҙар ҙа, бағананы күтәреп ҡуялар. Ғайса: «Атам, кисер уларҙы! Улар ни эшләгәндәрен үҙҙәре лә аңламай бит!» — тип доға ҡыла. Кешеләр: «Алла Улы булһаң, бағананан төш! Үҙеңде ҡотҡар!» — тип, Ғайсаны мыҫҡыллай.

Ғайса янында бағанаға ҡаҙаҡланған енәйәтсенең береһе унан: «Үҙ Батшалығыңа ингәс, мине иҫкә ал», — тип үтенә. Ғайса уға вәғәҙә итә: «Минең менән ожмахта булырһың». Көн уртаһында шул ерҙе ҡараңғылыҡ ҡаплап ала һәм өс сәғәт дауам итә. Ғайсаның ҡайһы бер шәкерттәре бағана янында баҫып тора. Улар араһында Ғайсаның әсәһе Мәрйә́м дә була. Ғайса Яхъяға Мәрйә́м хаҡында үҙ әсәһе хаҡында ҡайғыртҡан шикелле ҡайғыртырға ҡуша.

Ахырҙа Ғайса: «Тормошҡа ашты!» — ти һәм, башын эйеп, һуңғы тапҡыр тын ала ла үлә. Тап шул ваҡытта көслө ер тетрәү була. Ғибәҙәтханала Изге урын менән Иң изге урын араһында эленеп торған ауыр шаршау икегә йыртыла. Рим ғәскәриҙәренең береһе, тулҡынланып: «Был кеше ысынлап та Алла Улы булған икән!» — ти.

«Алла тарафынан бирелгән бөтә вәғәҙәләр Ғайса Мәсихтә — „эйе“ тип раҫлана» (2 Коринфтарға 1:20)

^ Ошо шиғырҙарҙа башҡорт телендәге Инжилдә, Ғайсаны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлағандар, тип әйтелә. Әммә Изге Яҙманың төп нөсхәһендә ҡулланылған ставро́с тигән грек һүҙе бағананы аңлата. Киләһе шиғырҙар Ғайсаның бағанала үлтерелгәнен иҫбатлай: Ғәмәлдәр 5:30; 10:39; Галаттарға 3:13.