Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

94-СЕ ДӘРЕС

Шәкерттәр изге рух ала

Шәкерттәр изге рух ала

Ғайса күккә күтәрелеп 10 көн үтеүгә уның шәкерттәре изге рух ала. Был беҙҙең эраның 33 йылында Илленсе көн байрамы ваҡытында була. Ул көндө Иерусалимға төрлө-төрлө ерҙәрҙән бик күп халыҡ килә. Бер йорттоң өҫкө бүлмәһендә Ғайсаның 120 самаһы шәкерте йыйыла. Көтмәгәндә ғәжәп бер хәл була. Һәр шәкерттең баш осонда ялҡынға оҡшаш бер нәмә күренә, һәм ундағы шәкерттәрҙең барыһы ла төрлө телдәрҙә һөйләшә башлай. Ҡапыл көслө ел шаулауына оҡшаш бер тауыш ишетелә.

Иерусалимға төрлө илдәрҙән килгән кешеләр, шул тауышты ишетеп, нимә булды икән тип, теге йортҡа табан йүгерә. Шәкерттәрҙең төрлө телдәрҙә һөйләшеүен ишеткәс, улар таң ҡала. Улар: «Был кешеләр Галиле́янан бит. Беҙҙең телде улар ҡайҙан белә?» — тип аптырай.

Шунда Пётр һәм башҡа илселәр халыҡ алдына баҫа ла һөйләй башлай. Пётр уларға Ғайсаның үлтерелгәне һәм Йәһүәнең уны терелткәне хаҡында һөйләй. Ул былай ти: «Ғайса хәҙер күктә, Алланың уң яғында. Ул, үҙе вәғәҙә иткәнсә, беҙгә изге рух бирҙе. Шуға ла һеҙ ошо мөғжизәләрҙе күрәһегеҙ ҙә».

Пётрҙың һүҙҙәре халыҡҡа көслө йоғонто яһай. Улар: «Беҙгә нимә эшләргә һуң?» — тип һорай. Пётр уларға: «Гонаһтарығыҙҙы танып, тәүбәгә килегеҙ һәм Ғайса исеменә һыуға сумдырылығыҙ. Шул саҡта һеҙ ҙә изге рух алырһығыҙ», — ти. Ул көндө 3000 самаһы кеше һыуға сумдырыла. Шул көндән алып Иерусалимда шәкерттәр һаны артҡандан-арта бара. Илселәр, яңы шәкерттәрҙе Ғайса ҡушҡан нәмәләргә өйрәтер өсөн, изге рух ярҙамында йыйылыштар ойоштора.

«Ғайса — ул Хужа тигән хәбәрҙе бар кеше алдында иғлан итһәң һәм Алланың уны үленән терелтеүенә үҙ күңелеңдән иман итһәң, ҡотоласаҡһың» (Римдарға 10:9, ЯДТ)