Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

96-СЫ ДӘРЕС

Ғайса Савлды һайлай

Ғайса Савлды һайлай

Савл Тарс ҡалаһында тыуған. Ул рим гражданы булған. Савл фарисей булараҡ йәһүд ҡанунын яҡшы белгән. Ул Ғайсаның шәкерттәрен күрә алмаған, ирҙәрҙе һәм ҡатындарҙы өйҙәренән һөйрәп сығарып, төрмәгә ултыртҡан. Шулай уҡ, ярһыған ирҙәр төркөмө Стефанды́ таш менән бәргесләп үлтергәндә, ул, быны хуплап, ҡарап торған.

Савл Ғайсаның Иерусалимда йәшәүсе шәкерттәрен эҙәрләгән. Әммә был уға аҙ булып күренгән. Ул иң баш руханиҙан Дама́скыға барып ундағы шәкерттәр менән көрәшергә рөхсәт һорай. Ҡалаға яҡынлашып килгәндә ул, кинәт балҡып киткән яҡтылыҡты күреп, ергә йығыла. Шунда ул: «Савл, ниңә миңә ҡаршы киләһең?» — тигән тауыш ишетә. «Һин кем?» — тип һорай Савл. Тауыш уға: «Мин Ғайса. Дама́скыға бар, унда нимә эшләргә кәрәклеген белерһең», — ти. Шул мәлдә Савл һуҡырая, һәм уны ҡалаға етәкләп алып киләләр.

Дама́скыла Ана́ния исемле Йәһүә хеҙмәтсеһе йәшәй. Ғайса уға күренештә: «Тура урам тип аталған урамға бар. Йәһүҙә́ өйөндә Савл исемле кешене табырһың», — ти. Ана́ния иһә: «Раббым! Мин уның яуыз эштәре тураһында ишеттем! Ул һинең шәкерттәреңде төрмәгә ултырта!» — ти. Әммә Ғайса: «Бар. Мин уны башҡа халыҡтарға һөйөнөслө хәбәр һөйләһен өсөн һайланым», — тип әйтә.

Ана́ния, Савлды табып, былай ти: «Савл, ҡәрҙәшем, күҙҙәрең күрә башлаһын өсөн, Ғайса һинең яныңа мине ебәрҙе». Шунда Савл яңынан күрә башлай. Ғайса тураһында күберәк белгәс, ул һыуға сумдырылып Йәһүә хеҙмәтсеһе булып китә. Башҡа шәкерттәр менән бергә ул синаго́галарҙа вәғәзләй башлай. Савлдың Ғайса тураһында вәғәзләүен күргән йәһүдтәрҙең ни тиклем аптырағанын күҙ алдына ғына килтереп ҡара! «Ул Ғайса шәкерттәрен ҡыуған кеше түгелме һуң?» — тип һорайҙар улар.

Савл Дама́скыла өс йыл вәғәзләй. Йәһүдтәр асыуланып уны үлтерергә теләй. Әммә ҡәрҙәштәр был турала белеп ҡала һәм уға ҡасырға ярҙам итә. Улар, Савлды кәрзингә ултыртып, ҡала стенаһындағы тишек аша тышҡа төшөрә.

Савл, Иерусалимға килгәс, ҡәрҙәштәр менән күрешергә теләй. Әммә улар унан ҡурҡа. Шунда Варна́ва исемле игелекле бер шәкерт уны илселәр янына килтерә лә, уларҙы Савлдың ысындан да үҙгәреүенә ышандыра. Савл Иерусалимдағы йыйылыш менән бергә һөйөнөслө хәбәрҙе ашҡынып вәғәзләй башлай. Һуңыраҡ ул Павел исеме менән билдәле була.

«Ғайса Мәсих донъяға гонаһлыларҙы ҡотҡарырға килде... ундай гонаһлылар араһында мин иң гонаһлыһымын» (1 Тимофейға 1:15)