Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

99-СЫ ДӘРЕС

Төрмә ҡарауылсыһы хәҡиҡәткә килә

Төрмә ҡарауылсыһы хәҡиҡәткә килә

Филипп ҡалаһында ен эйәләшкән бер хеҙмәтсе ҡыҙ йәшәгән. Шул ен ярҙамында ҡыҙ киләсәкте алдан әйтә алған. Бынан файҙаланып ҡыҙҙың хужалары күп аҡса эшләгән. Павел менән Си́ла Филипп ҡалаһына килгәс, был ҡыҙ бер нисә көн улар артынан эйәреп йөрөгән. Ен ҡыҙҙы былай тип ҡысҡырырға ҡотортҡан: «Был кешеләр — Аллаһы Тәғәлә ҡолдары!» Ахырҙа Павел енгә: «Ғайса исеме менән һиңә уның эсенән сығырға бойорам!» — тигән. Ен шунда уҡ ҡыҙҙан сыҡҡан.

Ҡыҙҙың хужалары уның аша бүтән аҡса эшләй алмауын аңлағас, уларҙың йәне көйгән. Улар Павел менән Си́ланы тотоп алғандар ҙа, идарасылар янына килтереп, былай тигән: «Ошо кешеләр ҡанунды боҙа һәм ҡалала ғауға тыуҙыра!» Идарасылар уларҙы ҡамсыларға һәм төрмәгә ултыртырға бойорған. Павел менән Си́ланы төрмәнең иң төпкө һәм иң ҡараңғы эске бүлмәһенә индереп, бығаулап ҡуйғандар.

Павел менән Си́ла маҡтау йырҙарын йырлап Йәһүәне данлаған, ә башҡа тотҡондар уларҙы тыңлап ултырған. Төн уртаһында ҡапыл ер тетрәй башлаған. Был көслө ер тетрәүҙән төрмә ишектәре асылып киткән, һәм тотҡондарҙың бығауҙары ишелеп төшкән. Төрмә ҡарауылсыһы төрмәнең эске бүлмәһенә йүгереп килгән һәм ишектәрҙең асыҡ булыуын күргән. Ул, бөтә тотҡондар ҙа ҡасҡандыр инде, тип уйлап, ҡылысын сығарып үҙен үлтерергә йыйынған.

Әммә Павел уға: «Үҙеңә зыян итмә! Беҙ барыбыҙ ҙа бында!» — тип ҡысҡырған. Ҡарауылсы тотҡондар янына йүгереп килгән һәм Павел менән Си́ла алдына тубыҡланған. Ул: «Ҡотолор өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк?» — тип һораған. «Һиңә һәм ғаиләңә Ғайсаға ышанырға кәрәк», — тигән улар. Улар төрмә ҡарауылсыһына һәм уның ғаиләһенә Йәһүә тураһында һөйләгән. Шунан ул үҙе һәм өйөндәгеләрҙең бөтәһе лә һыуға сумдырылған.

«Һеҙҙе ҡулға алырҙар һәм эҙәрлекләрҙәр, хөкөмгә тапшырыу өсөн ғибәҙәтханаларға алып барырҙар һәм төрмәләргә ултыртырҙар, Минең исемем арҡаһында батшалар һәм идарасылар алдына баҫтырырҙар. Был һеҙгә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырға мөмкинлек бирер» (Лука 21:12, 13)