Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

101-СЕ ДӘРЕС

Павел Римға юл тота

Павел Римға юл тота

Павелдың өсөнсө вәғәз сәйәхәте Иерусалимда тамамлана. Унда уны ҡулға алалар һәм төрмәгә ултыртып ҡуялар. Төнөн күренештә Ғайса уға: «Һин Римға барырһың һәм унда вәғәзләрһең», — ти. Павелды Иерусалимдан Кеса́рияға алып китәләр. Унда төрмәлә ул ике йыл үткәрә. Судта Павел Фест исемле идарасыға: «Мине Римда ҡайсар хөкөм итһен», — ти. Фест уға: «Ҡайсарға барырға теләйһең икән, уның янына китәсәкһең», — тип яуаплай. Павелды Римға барған карапҡа ултырталар. Уның менән бергә ике мәсихсе: Лука менән Ариста́рх та бара.

Диңгеҙҙә улар көслө дауылға эләгә. Дауыл күп көндәр дауам итә. Барыһы ла, беҙ үләсәкбеҙ, тип уйлай. Әммә Павел кешеләрҙе былай тип йыуата: «Төшөмдә фәрештә күренде һәм: „Ҡурҡма, Павел, һин Римға барып етәсәкһең. Карапта һинең менән бергә барыусылар ҙа ҡотоласаҡ“, — тине. Шуға күрә борсолмағыҙ. Беҙ үлмәйәсәкбеҙ».

Дауыл 14 көн дауам итә. Ниһайәт, ер күренә. Был Ма́льта утрауы була. Шул саҡ карап ҡомға терәлә һәм ҡыйрала. Әммә бөтә 276 пассажир ҙа иҫән килеш ярға барып етә. Йөҙә белмәгәндәр иһә караптың ватыҡтарына йәбешеп ярға сыға. Ма́льтала йәшәүселәр был кешеләрҙе йылы ҡабул итә. Барыһы ла йылынһын өсөн, улар усаҡ яғып ебәрә.

Өс ай үткәс, Павелды башҡа карапта Римға алып китәләр. Римда уны ҡәрҙәштәр ҡаршы ала. Уларҙы күреп, Павел бик шатлана һәм Йәһүәгә рәхмәттәр әйтә. Павел тотҡон булһа ла, уға арендаға алынған йортта йәшәргә рөхсәт итәләр. Янына, уны һәр саҡ күҙәтеп торор өсөн, һаҡсы ҡуялар. Унда Павел ике йыл үткәрә. Уның янына кешеләр килеп йөрөй, ул уларға Алла Батшалығы һәм Ғайса хаҡында вәғәзләй. Павел шулай уҡ Кесе А́сиялағы һәм Йәһүҙиәләге́ йыйылыштарға хаттар яҙа. Павелдың хеҙмәте арҡаһында һөйөнөслө хәбәрҙе төрлө халыҡтарҙан булған күп кеше ишетә.

«Бөтөн нәмәлә беҙ үҙебеҙҙе Алла хеҙмәтселәре тип тәҡдим итәбеҙ: оло түҙемлектә лә, ҡайғы-ғазап, бәлә-ҡаза, ҡыйынлыҡтарҙа ла» (2 Коринфтарға 6:4)