Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Етәксе кәңәшмәнең хаты

Етәксе кәңәшмәнең хаты

Ҡәҙерле дуҫтар!

Беҙ, Йәһүә хеҙмәтселәре булараҡ, уның Һүҙен, Изге Яҙманы, яратабыҙ. Беҙ бер ҙә шикләнмәйбеҙ, Изге Яҙма — тарихи яҡтан теүәл китап. Ул — йәшәү өсөн иң яҡшы ҡулланма. Бынан тыш, ул — Йәһүәнең кешеләрҙе ихлас яратыуына көслө дәлил (Зәбур 119:105; Лука 1:3; 1 Яхъя 4:19). Беҙ Алла Һүҙендәге ҡиммәтле хәҡиҡәттәр менән башҡаларҙың да танышыуын теләйбеҙ. «Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ» тигән китап ошо маҡсат менән сығарылған да. Был китап хаҡында бер нисә һүҙ әйтеп китәйек.

Ул башлыса балалар өсөн яҙылған. Әммә ул Изге Яҙма хаҡында күберәк белергә теләгән ололар өсөн дә ҡыҙыҡлы буласаҡ. Изге Яҙма — бөтә кешеләр өсөн китап, шуға күрә ошо китаптағы дәрестәр барыбыҙға ла файҙа килтерәсәк һәм ысын мәғәнәлә бәхетле булырға ярҙам итәсәк.

Был китап кешеләр ғаиләһенең тарихын уның барлыҡҡа килтерелеүенән башлап һүрәтләй. Изге Яҙмалағы хикәйәләрҙе асыҡ һәм ябай итеп тасуирлар өсөн, хронологик тәртипте мөмкин тиклем теүәл һаҡлар өсөн, күп тырышлыҡ һалынды.

Әммә был китап Изге Яҙмала тасуирланған ваҡиғаларҙы байҡау ғына түгел. Уның тексы һәм рәсемдәре шул ваҡиғаларҙы йәнләндереп ебәрә һәм ҡатнашҡан геройҙарҙың хистәрен күҙ алдына килтерергә ярҙам итә.

Был китап Изге Яҙманың Йәһүәгә буйһонған һәм уға буйһонмаған кешеләр хаҡындағы китап икәнен күрергә ярҙам итә. Ул беҙҙе уларҙан өйрәнергә һәм һабаҡтар алырға дәртләндерә (Римдарға 15:4; 1 Коринфтарға 10:6). Китапта 14 бүлек. Һәр бүлектең башында ҡайһы бер дәрестәрҙең төп фекерҙәре әйтеп кителә.

Был китапты бала менән уҡыһағыҙ, башта дәресте уҡып сығығыҙ, рәсемдәр буйынса фекер алышығыҙ. Һуңынан бергәләп Изге Яҙмалағы өҙөктәрҙе уҡығыҙ. Балаға һеҙ уҡыған хикәйәнең тулыһынса Изге Яҙмаға нигеҙләнгәнен аңларға ярҙам итегеҙ. Изге Яҙма менән танышырға теләгән ололар ҙа ошо ысулды ҡуллана ала.

Ошо китап бар эскерһеҙ кешеләргә — бәләкәстәргә лә, ололарға ла — Алла Һүҙен өйрәнергә һәм ул биргән һабаҡтарҙы тормошта ҡулланырға ярҙам итер, тип өмөтләнәбеҙ. Һөҙөмтәлә, улар ҙа Йәһүәнең татыу ғаиләһе менән бергә уға ғибәҙәт ҡыла аласаҡ.

Һеҙҙең ҡәрҙәштәрегеҙ,

Йәһүә шаһиттарының Етәксе кәңәшмәһе