Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

1-се булеккә инеш һүҙ

1-се булеккә инеш һүҙ

Изге Яҙманың тәүге биттәрендә Йәһүә Алланың күктә һәм ерҙә иҫ киткес нәмәләрҙе барлыҡҡа килтереүе тасуирлана. Әгәр был китапты балағыҙ менән бергә уҡыһағыҙ, уны тәбиғәттәге төрлө-төрлө ғәжәп нәмәләрҙе күрергә өйрәтегеҙ. Баланың иғтибарын шуға йүнәлтегеҙ: кеше, хайуандарҙан айырмалы булараҡ, һөйләшергә, фекер йөрөтөргә, берәй нәмә уйлап сығарырға, йырларға һәм доға ҡылырға һәләтле. Балағыҙға барлыҡҡа килтергән нәмәләрҙә сағылған Йәһүәнең көсөн, зирәклеген, айырыуса яратыуын ҡәҙерләргә өйрәнергә ярҙам итегеҙ.

БЫЛ БҮЛЕКТӘ

1-СЕ ДӘРЕС

Алла күкте һәм ерҙе барлыҡҡа килтергән

Изге Яҙмала, Алла күкте һәм ерҙе барлыҡҡа килтергән, тип әйтелә. Ни өсөн Алла бер фәрештәне бөтә нәмәнән дә алдараҡ барлыҡҡа килтергән?

2-СЕ ДӘРЕС

Алла беренсе ир менән ҡатынды барлыҡҡа килтергән

Алла беренсе ир менән ҡатынды барлыҡҡа килтергән. Эден баҡсаһы уларҙың йорто булып киткән. Улар ерҙе камил кешеләр менән тултырып, уны ожмахҡа әйләндерә алғандар.