Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

4-се бүлеккә инеш һүҙ

4-се бүлеккә инеш һүҙ

Был өлөш беҙҙе Йосо́ф, Әйү́п, Муса́, шулай уҡ изра́илдәр менән таныштыра. Улар барыһы ла Иблис ҡулынан зыян күргән. Кемдер ғәҙелһеҙлектән интеккән, кемдер төрмәгә эләккән, кемдер ҡоллоҡҡа һатылған булған, ә кемдер хатта ғәзиз кешеләрен юғалтҡан. Әммә Йәһүә уларҙы төрлө яҡтан яҡлап торған. Балағыҙға шуны аңларға ярҙам итегеҙ: ауыр һынауҙарға ҡарамаҫтан, улар нимә ярҙамында тоғро ҡала алған?

Йәһүә, ун яза ебәреп, үҙенең бөтә Мысы́р илаһтарынан да көслөрәк икәнен күрһәткән. Баланың иғтибарын шуға йүнәлтегеҙ: элекке ваҡыттарҙа үҙ хеҙмәтселәрен яҡлаған кеүек, бөгөн Йәһүә беҙҙе лә яҡлай.

БЫЛ БҮЛЕКТӘ

14-СЕ ДӘРЕС

Яҡшы егет ҡоллоҡҡа эләгә

Йософ дөрөҫ эш итһә лә яфа күргән. Ни өсөн?

15-СЕ ДӘРЕС

Йәһүә Йософто онотмай

Йософ туғандарынан алыҫ булһа ла, һәр ваҡыт Алланың ярҙамын тойған.

16-СЫ ДӘРЕС

Кем ул Әйүп?

Бик ҡыйын булһа ла ул Йәһүәне тыңлаған

17-СЕ ДӘРЕС

Муса Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙе һайлай

Әсәһенең ҙирәклеге ярҙамында Муса исән ҡалған.

18-СЕ ДӘРЕС

Янып торған ҡыуаҡ

Ни өсөн ҡыуаҡ янған, әммә янып бөтмәғән?

19-СЫ ДӘРЕС

Беренсе өс яза

Фирғәүен ғорур булған һәм ябай ғына үтенесте үтәмәғән, шуға күрә уның халҡы ғазап сиккән

20-СЕ ДӘРЕС

Сираттағы алты яза

Был язалар беренсе өс язанан нимә менән айырылып торған?

21-СЕ ДӘРЕС

Унынсы яза

Был яза шул тиклем ҡурҡыныс булған хатта үҙ һүҙле фирғәүен дә ниһайәт биреште.

22-СЕ ДӘРЕС

Ҡыҙыл дингеҙ янындағы мөғжизә

Ун язанан һуң фирғәүен иҫән ҡалған. Алла ҡыҙыл дингеҙ янында мөғжизә ҡылғас, фирғәүен менән нимә булған?