Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

7-се бүлеккә инеш һүҙ

7-се бүлеккә инеш һүҙ

Был бүлектә 80 йыл дауамында Шау́л һәм Дауы́т исемле батшалар менән булған ваҡиғалар һүрәтләнә. Тәүҙә Шау́л тыйнаҡ кеше булған һәм Алланан ҡурҡҡан, әммә һуңыраҡ ул үҙгәргән һәм Йәһүәне тыңламай башлаған. Йәһүә уны кире ҡаҡҡан һәм бер аҙ ваҡыттан Самуилға́ Изра́илдең яңы батшаһы итеп Дауытты́ майларға ҡушҡан. Шау́л, көнләшеп, бер нисә тапҡыр Дауытты́ үлтерергә маташҡан, әммә Дауы́т бер ҡасан да үс алмаған. Шаулды́ң улы Йонафа́н Йәһүәнең Дауытты́ һайлағанын белгән, шуға ул Дауытҡа́ тоғро булған. Дауы́т бер нисә етди гонаһ ҡылған, әммә Йәһүәнең төҙәтеүен бер ҡасан да кире ҡаҡмаған. Был китапты бала менән уҡыһағыҙ, уға шуны аңларға ярҙам итегеҙ: Йәһүәгә һәм ул һайлаған хеҙмәтселәргә тоғро һәм тыңлаусан булыу бик мөһим.

БЫЛ БҮЛЕКТӘ

39-СЫ ДӘРЕС

Израилдең беренсе батшаһы

Йәһүә, тәртип һаҡлар өсөн израилдәргә хөкөмсөләр билдәләгән, әммә улар Йәһүәнән батша һораған. Самуил Шауылдың башына май ағыҙып, уны батша итеп билдәләгән. Һуңыраҡ Йәһүә уны кире ҡаҡҡан. Ни өсөн?

40-СЫ ДӘРЕС

Дауыт һәм Ғәлиәф

Йәһүә Дауытты Израиль батшаһы итеп һайлаған. Дауыт, Йәһүә уны һайлап алғанда, хаталанмағанын иҫбатлаған

41-СЕ ДӘРЕС

Дауыт һәм Шаул

Ни өсөн Шаул Дауытты нәфрәт иткән һәм Дауыт үҙен нисек тотҡан?

42-СЕ ДӘРЕС

Батыр һәм тоғро Йонафан

Батшаның улы Дауыттың яҡын дуҫы булып киткән.

43-СӨ ДӘРЕС

Дауыт батшаның гонаһы

Бер хаталы ҡарар күп ҡайғы-хәсрәт килтергән.