Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

8-се бүлеккә инеш һүҙ

8-се бүлеккә инеш һүҙ

Йәһүә Сөләймәнде́ фатихалаған һәм иҫ киткес аҡыл биргән. Шулай уҡ уға ғибәҙәтхана төҙөү эшен ышанып тапшырып, ҙур хөрмәт күрһәткән. Ләкин Сөләймә́н Йәһүәне ҡалдырған. Был китапты бала менән уҡыһағыҙ, уға шуны аңлатығыҙ: Сөләймә́н ялған илаһтарға табыныусылар арҡаһында Алланан йыраҡлашҡан. Батшалыҡ икегә бүленгән, насар батшалар халыҡты мөртәтлеккә һәм ялған табыныуға батырған. Ул ваҡытта Йәһүәгә тоғро ҡалған пәйғәмбәрҙәрҙе эҙәрләгәндәр һәм үлтергәндәр. Төньяҡ батшалыҡта яуыз батшабикә Изәбә́л арҡаһында мөртәтлек бигерәк тә ныҡ таралған. Ул заман Изра́иль халҡы тарихына ҡараңғы осор булараҡ инеп ҡалған. Шулай ҙа изра́илдәр араһында Йәһүәгә тоғро ҡалған хеҙмәтселәр ҙә әҙ булмаған. Улар араһында Иосафа́т батша һәм Илья́с пәйғәмбәр.

БЫЛ БҮЛЕКТӘ

44-СЕ ДӘРЕС

Йәһүәнең ғибәҙәтханаһы

Сөләймәндең доғаһы Аллаға оҡшаған һәм Алла уға һорағанынан күпкә күберәк биргән.

45-СЕ ДӘРЕС

Батшалыҡ бүленә

Израилдәрҙең күбеһе Йәһүәгә бүтән хеҙмәт итмәгән.

46-СЫ ДӘРЕС

Йәһүә — хаҡ Алла

Кем хаҡ Алла: Йәһүә йә Ваал?

47-СЕ ДӘРЕС

Йәһүә Ильясҡа көс өҫтәй

Йәһүә һине нисек нығыта ала?

48-СЕ ДӘРЕС

Тол ҡатындың улы терелә!

Ильяс тол ҡатындың өйөндә ниндәй ике мөғжизә ҡылғанын белегеҙ

49-СЫ ДӘРЕС

Йәһүә яуыз батшабикәне язаға тарттыра

Изәбәл Нәбүтәй израиллене үлтерер һәм уның йөҙөм баҡсаһын тартып алыр өсөн мәкерле план ҡорған. Йәһүә Алла Изәбәлгә уның яуыз эштәре өсөн ғәҙел хөкөм сығарған.

50-СЕ ДӘРЕС

Йәһүә Иосафатты яҡлай

Дошмандар Йәһүҙә батшалығына һөжүм иткәндә, Иосафат батша доғала Алланан ярҙам һораған.