Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

9-сы бүлеккә инеш һүҙ

9-сы бүлеккә инеш һүҙ

Ошо бүлектә беҙ Йәһүәнең иҫ киткес иман сағылдырған йәш хеҙмәтселәре, пәйғәмбәрҙәр һәм батшалар хаҡында белербеҙ. Сү́риәгә әсирлеккә эләккән бәләкәс кенә изра́иль ҡыҙыҡайы Йәһүә пәйғәмбәренең Нееманды́ һауыҡтыра аласағына ышанған. Елисе́й пәйғәмбәр Йәһүәнең уны дошман ғәскәренән яҡлаясағына бер ҙә шикләнмәгән. Йода́й исемле баш рухани бәләкәй Йәһүәште́, яуыз өләсәһе Аталияна́н ҡотҡарыр өсөн, үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған. Езеки́я батша асси́риялыларҙың янауына бирешмәгән, сөнки Йәһүәнең Иерусалимды яҡлаясағына ышанған. Ио́сия батша Изра́илде боттарға табыныуҙан таҙартҡан, ғибәҙәтхананы торғоҙған һәм халыҡты яңынан Йәһүәгә ҡайтарған.

БЫЛ БҮЛЕКТӘ

51-СЕ ДӘРЕС

Һуғышсы һәм бәләкәй ҡыҙыҡай

Бәләкәй израиль ҡыҙыҡайы хужабикәһенә Йәһүә Алла тураһында һөйләгән. Йәһүә ниндәй мөғжизә ҡылғанын белегеҙ.

52-СЕ ДӘРЕС

Йәһүәнең утлы ғәскәре

Елисей хеҙмәтсеһенә улар өсөн ҙур ғәскәр һуғыша икәнен күрергә нисек ярҙам иткән.

53-СӨ ДӘРЕС

Йодайҙың батырлығы

Йәһүәгә тоғро булған рухани яуыз батшабикәгә ҡаршы тора.

54-СЕ ДӘРЕС

Йәһүә Юнысҡа сабырлыҡ күрһәтә

Ни өсөн Алланың пәйғәмбәрҙәрҙең береһен ҙур балыҡ йотҡан? Ул нисек ҡотолған? Йәһүә Юнысты нимәгә өйрәтергә теләгән?

55-СЕ ДӘРЕС

Йәһүәнең фәрештәһе Езекияны яҡлай

Йәһүҙә батшалыҡтың дошмандары Йәһүә үҙ халҡын яҡламаясаҡ тип әйткән. Улар ни тиклем яңылышҡан!

56-СЫ ДӘРЕС

Иосия Алла Ҡанунын яратҡан

Иосия һигеҙ йәшендә батша булып киткән. Ул кешеләргә Йәһүәгә ҡайтырға ярҙам иткән.