Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

12-се бүлеккә инеш һүҙ

12-се бүлеккә инеш һүҙ

Ғайса кешеләргә күктәге Батшалыҡ хаҡында һөйләгән. Ул шулай уҡ уларҙы, Алла исеме изгеләнһен, уның Батшалығы килһен, Алла ихтыяры ерҙә лә үтәлһен, тип доға ҡылырға өйрәткән. Был китапты балағыҙ менән уҡыһағыҙ, Ғайсаның өлгөлө доғаһындағы һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлатығыҙ. Шайтан Ғайсаға ҡотҡо һалғанда, ул Йәһүәгә тоғро ҡалған. Ғайса илселәр һайлаған. Улар Батшалыҡтың беренсе ағзалары булып киткән һәм унда мөһим роль уйнай башлаған. Баланың иғтибарын Ғайсаның хаҡ ғибәҙәтте ни ҡәҙәр ныҡ яратҡанына йүнәлтегеҙ. Кешеләргә ярҙам итеү Ғайсаға бик оҡшаған, шуға ул ауырыуҙарҙы һауыҡтырған, астарҙы туйындырған һәм хатта үлгәндәрҙе терелткән. Был мөғжизәләрҙе ҡылып ул Батшалыҡ идараһы аҫтында тормош ни ҡәҙәр яҡшырасаҡ икәнен күрһәткән.

БЫЛ БҮЛЕКТӘ

74-СЕ ДӘРЕС

Ғайса Мәсих булып китә

Яхъя Ғайса тураһында Алла Бәрәсе тип әйткәндә, уның нимә әйтәһе килгән?

75-СЕ ДӘРЕС

Иблис Ғайсаны ҡоторта

Иблис Ғайсаны өс тапҡыр ҡотортҡан. Нисек итеп? Ғайса үҙен нисек тотҡан?

76-СЫ ДӘРЕС

Ғайса ғибәҙәтхананы таҙарта

Ни өсөн Ғайса ғибәҙәтхананан хайуандарҙы ҡыуып сығара һәм аҡса ваҡлап ултырыусыларҙың өҫтәлдәрен ауҙара?

77-СЕ ДӘРЕС

Ҡоҙоҡ янындағы ҡатын

Ни өсөн самария ҡатыны Ғайса уның менән һөйләшә башлағас аптыраған? Ғайса уға быға тиклем бер кемгә лә әйтмәгән ниндәй һүҙҙәр әйткән?

78-СЕ ДӘРЕС

Ғайса Батшалыҡ хаҡында вәғәзләй

Ғайса ҡайһы бер шәкерттәренә «кеше аусылары» булып китергә тәҡъдим иткән. Һуңыраҡ ул 70 шәкертен һөйөнөслө хәбәр вәғәзләргә өйрәткән.

79-СЫ ДӘРЕС

Ғайса күп мөғжизә ҡыла

Ғайса ҡайҙа ғына барһа ла, ауырыу кешеләр уның янына килеп, ярҙам һораған һәм Ғайса уларҙы һауыҡтырған. Ул хатта бәләкәй ҡыҙҙы терелткән.

80-СЕ ДӘРЕС

Ғайса 12 илсе һайлай

Ул уларҙы ниндәй маҡсат менән һайлай? Уларҙың исемдәрен хәтерләйһеңме?

81-СЕ ДӘРЕС

Тауҙағы вәғәз

Ғайса йыйылған кешеләрҙе мөһим һабаҡтарға өйрәтә.

82-СЕ ДӘРЕС

Ғайса доға ҡылырға өйрәтә

Ғайса шәкерттәрен нимә хаҡында доға ҡылып һорарға өйрәткән?

83-СӨ ДӘРЕС

Ғайса меңләгән кешене ашата

Был мөғжизә беҙгә Ғайса һәм Йәһүә хаҡында нимәне асыҡлай?

84-СЕ ДӘРЕС

Ғайса һыу өҫтөнән атлай

Был мөғжизәне күргәс, илселәр нимә хис иткәнен күҙ алдыңа ғына килтереп ҡара!

85-СЕ ДӘРЕС

Ғайса Шәмбе көнө һауыҡтыра

Ни өсөн ҡайһы бер кешеләр уның һауыҡтырыуына ҡыуанмай?

86-СЫ ДӘРЕС

Ғайса Лазарҙы терелтә

Ғайса Мәрйәмдең илағанын күреп, үҙе лә илай башлай. Әммә тиҙҙән уларҙың ҡайғыһы шатлыҡҡа әйләнә.