Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

14-се бүлеккә инеш һүҙ

14-се бүлеккә инеш һүҙ

Беренсе мәсихселәр Батшалыҡ хаҡындағы яҡшы хәбәрҙе ерҙең иң йыраҡ төбәктәрендә лә вәғәзләгән. Ғайса уларға ҡайҙа вәғәзләргә кәрәк икәнен күрһәтеп торған. Кешеләрҙе өйрәтһендәр өсөн, Ғайса уларға мөғжизәле рәүештә төрлө телдәрҙә һөйләшеү һәләте биргән. Йәһүә иһә мәсихселәргә ҡыйыулыҡ һәм ҡаты һынауҙарға ҡаршы торорлоҡ көс биргән.

Ғайса илсе Яхъяға Йәһүәнең данын күрһәткән күренеш биргән. Башҡа бер күренештә Яхъя Күктәге Батшалыҡтың Шайтанды еңеүен һәм уның идаралығын мәңгегә юҡ итеүен күргән. Яхъя шулай уҡ Батша булып идара иткән Ғайсаны һәм уның 144000 хакимдашын күргән. Уға ерҙең ожмахҡа әйләнеүе һәм бөтә кешеләрҙең, именлектә йәшәп, Йәһүәгә берҙәм хеҙмәт итеүе лә күрһәтелгән.

БЫЛ БҮЛЕКТӘ

94-СЕ ДӘРЕС

Шәкерттәр изге рух ала

Изге рух ярҙамында улар ниндәй мөғжизәле һәләттәр ала?

95-СЕ ДӘРЕС

Бер нәмә лә уларҙы туҡтата алмаған

Ғайсаны үлтергән дин әһелдәре уның шәкерттәрен туҡтатырға тырыша. Әммә уларҙың бер нәмә лә килеп сыҡмай.

96-СЫ ДӘРЕС

Ғайса Савлды һайлай

Саул Ғайсаның шәкерттәренең дошманы, әммә тиҙҙән хәл үҙгәрә.

97-СЕ ДӘРЕС

Корнилийға изге рух бирелә

Ни өсөн Алла Пётрҙы йәһүд булмаған кешегә ебәрә?

98-СЕ ДӘРЕС

Ғайса тураһындағы белем бөтә донъя буйлап тарала

Илсе Павел һәм уның хеҙмәттәштәре алыҫ илдәрҙә вәғәзләй.

99-СЫ ДӘРЕС

Төрмә ҡарауылсыһы хәҡиҡәткә килә

Ни өсөн Павел менән Сила төрмәгә эләккән? Төрмә ҡарауылсыһы хәҡиҡәткә нисек килгән?

100-СӨ ДӘРЕС

Павел һәм Тимофей

Күп йылдар буйы улар дуҫтар һәм хеҙмәттәштәр булған.

101-СЕ ДӘРЕС

Павел Римға юл тота

Был сәйәхәт ҡурҡыныс булһа ла, был илсене бер нимә лә туҡтай алмай.

102-СЕ ДӘРЕС

Яхъяның күренештәре

Ғайса уға киләсәккә ҡағылышлы бер нисә күренеш күрһәтә.

103-СӨ ДӘРЕС

«Һинең Батшалығың килһен»

Яхъяға килгән асылыш Алла Батшалығы ерҙәге тормошто нисек итеп үҙгәртәсәге күрһәтә.