Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

2-СЕ ЙЫР

Һинең исемең Йәһүә

Һинең исемең Йәһүә

(Зәбур 83:18)

  1. 1. Тере, хаҡ Аллабыҙ,

    Беҙгә йәшәү биргәнһең,

    Һүҙең аша асҡанһың

    Бөйөк исемеңде.

    Һиңә дан, Йәһүә,

    Беҙ көн дә килтерәбеҙ,

    Берҙәм иғлан итәбеҙ

    Изге исемеңде.

    ҠУШЫМТА

    Бөйөкһөң, ғәҙелһең,

    Берҙән-бер Йәһүә.

    Күктәрҙә лә һәм ерҙә лә

    Бер кем юҡ тиң һиңә.

    Йәһүә, изге Алла һин —

    Белһен бөтә донъя.

    Маҡтайбыҙ, данлайбыҙ

    Һине, эй Йәһүә Алла.

  2. 2. Изге ниәтеңде

    Әйтәһең дә үтәйһең,

    Беҙгә һәләт бирәһең,

    Сикһеҙ көслө Алла.

    Һинең шаһиттарың

    Булып хеҙмәт итәбеҙ,

    Һиңә рәхмәт әйтәбеҙ

    Бындай хөрмәт өсөн.

    ҠУШЫМТА

    Бөйөкһөң, ғәҙелһең,

    Берҙән-бер Йәһүә.

    Күктәрҙә лә һәм ерҙә лә

    Бер кем юҡ тиң һиңә.

    Йәһүә, изге Алла һин —

    Белһен бөтә донъя.

    Маҡтайбыҙ, данлайбыҙ

    Һине, эй Йәһүә Алла.

(2 Йыл. 6:14; Зәб. 72:19; Ишағ. 42:8-ҙе лә ҡара.)