9-СЫ ЙЫР
Йәһүә — беҙҙең Батшабыҙ!
(Зәбур 97:1)
-
1. Маҡтап Йәһүәне ҙурлайыҡ —
Эштәре хаҡында күк йөҙө һөйләй.
Ул ғәҙел, тәҡүә, йыр йырлайыҡ уға;
Хөрмәткә, данға лайыҡ Хоҙай.
ҠУШЫМТА
Ер һәм күк шатланһын, утрауҙар ҡыуанһын —
Йәһүә Алла — беҙҙең Батша!
Ер һәм күк шатланһын, утрауҙар ҡыуанһын —
Йәһүә Алла — беҙҙең Батша!
-
2. Һөйләйек барса халыҡҡа ла:
Йәһүә ҡотҡара, азатлыҡ бирә.
Ул бөйөк Батшабыҙ, күктәге Атабыҙ,
Баш эйәбеҙ бары тик уға.
ҠУШЫМТА
Ер һәм күк шатланһын, утрауҙар ҡыуанһын —
Йәһүә Алла — беҙҙең Батша!
Ер һәм күк шатланһын, утрауҙар ҡыуанһын —
Йәһүә Алла — беҙҙең Батша!
-
3. Күктә ғәҙел бер идара бар:
Үҙ Улын тәхеткә ултыртҡан Алла.
Файҙаһыҙ илаһтар оятҡа ҡалһындар,
Йәһүә генә лайыҡ данға!
ҠУШЫМТА
Ер һәм күк шатланһын, утрауҙар ҡыуанһын —
Йәһүә Алла — беҙҙең Батша!
Ер һәм күк шатланһын, утрауҙар ҡыуанһын —
Йәһүә Алла — беҙҙең Батша!
(1 Йыл. 16:9; Зәб. 68:20; 97:6, 7-не лә ҡара.)