Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

10-СЫ ЙЫР

Йәһүә Алланы данла!

Йәһүә Алланы данла!

(Зәбур 145:12)

  1. 1. Йәһүә Алланы данла!

    Исемен белгерт һәр кемгә!

    Киҫәтеү хәбәрен һөйлә,

    Бар кеше тейеш ишетергә.

    Хоҙай тәхеткә Улын ултыртҡан,

    Ул күктә хакимлыҡ итә.

    Ошо шатлыҡлы, яҡшы хәбәрҙе

    Еткерәйек һәр милләткә.

    ҠУШЫМТА

    Йәһүә Алланы данла!

    Шөһрәтен белһен бөтә донъя!

  2. 2. Йәһүә Алланы маҡта!

    Балҡыһын даны һәр ҡайҙа!

    Ағылһын рәхмәттәр әйҙә

    Йөрәктән ошо матур йырҙа.

    Алла мөһабәт, сикһеҙ ҡөҙрәтле,

    Әммә ул шундай баҫалҡы.

    Доға ҡылғанда, беҙҙе ишетә,

    Ҡалдырмай үҙенең халҡын.

    ҠУШЫМТА

    Йәһүә Алланы данла!

    Шөһрәтен белһен бөтә донъя!

(Зәб. 89:27; 105:1; Ирем. 33:11-ҙе лә ҡара.)