Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

13-СӨ ЙЫР

Мәсих — беҙгә өлгө

Мәсих — беҙгә өлгө

(1 Петр 2:21)

  1. 1. Биргән изге Алла

    Улын беҙҙең хаҡҡа,

    Ғәжәп бөйөк яратыу күрһәткән ул.

    Мәсих күктән килгән,

    Кеше булып тыуған,

    Атаһының исемен данлаған.

  2. 2. Уға Алла Һүҙе

    Булған бик ҡәҙерле,

    Унан белем, зирәклек эҙләгән ул.

    Алла ҡоло булып,

    Беҙгә өлгө биреп,

    Йәһүәне гел дә һөйөндөргән.

  3. 3. Барып ғәҙел юлдан,

    Мәсих эҙҙәренән,

    Йәһүәгә дан-шөһрәт килтерәбеҙ.

    Ғайса — камил үрнәк,

    Уға гел эйәрһәк,

    Мул фатиха Аллабыҙ бирәсәк.

(Яхъя 8:29; Ефес. 5:2; Флп. 2:5—7-не лә ҡара.)