Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

15-СЕ ЙЫР

Йәһ Улын данлағыҙ!

Йәһ Улын данлағыҙ!

(Еврейҙарға 1:6)

  1. 1. Йәһ Улын данлағыҙ,

    Әле ул күктә Батша.

    Әйткән һүҙен тыңлағыҙ,

    Уны майлаған Алла.

    Хоҙай хакимлығын ул

    Тиҙҙән аҡлаясаҡ,

    Данын да, исемен дә

    Изгеләндерәсәк.

    ҠУШЫМТА

    Йәһ Улын данлағыҙ!

    Бөгөн ул күктә Батша.

    Уны ихлас ҙурлағыҙ,

    Маҡтағыҙ йырҙар аша.

  2. 2. Йәһ Улын данлағыҙ,

    Беҙҙе ул йолоп алған,

    Беҙ мәңге йәшәһен тип,

    Камил ғүмерен биргән.

    Мәсих туйын көтәбеҙ,

    Күктә ул буласаҡ,

    Шул саҡ, Алла ғәҙел, тип

    Һәр кем таныясаҡ.

    ҠУШЫМТА

    Йәһ Улын данлағыҙ!

    Бөгөн ул күктә Батша.

    Уны ихлас ҙурлағыҙ,

    Маҡтағыҙ йырҙар аша.

(Зәб. 2:6; 45:3, 4; Асыл. 19:8-ҙе лә ҡара.)