16-СЫ ЙЫР
Йәһте Улын майлағаны өсөн ололағыҙ!
(Асылыш 21:2)
-
1. Улын Йәһүә майлаған,
Биргән уға хакимлыҡ.
Тиҙҙән, ниһайәт, бар ерҙә лә
Сәскә атасаҡ ғәҙеллек.
ҠУШЫМТА
Йәһте ихластан ололағыҙ,
Маҡтап ул ҡуйған Батшаны.
Көндән-көн барып Мәсих эҙенән,
Тыңлағыҙ һәр саҡ уны.
Йәһте ихластан ололағыҙ,
Улын ултыртҡан тәхеткә.
Алла исемен данлап күктәрҙән,
Батша идара итә.
-
2. Үҙе Йәһүә һайлаған
Батша-руханиҙарҙы.
Улар, Мәсихкә ҡушылғас та,
Ергә ҡайтарыр ожмахты.
ҠУШЫМТА
Йәһте ихластан ололағыҙ,
Маҡтап ул ҡуйған Батшаны.
Көндән-көн барып Мәсих эҙенән,
Тыңлағыҙ һәр саҡ уны.
Йәһте ихластан ололағыҙ,
Улын ултыртҡан тәхеткә.
Алла исемен данлап күктәрҙән,
Батша идара итә.
(Ғиб. һүҙ. 29:4; Ишағ. 66:7, 8; Яхъя 10:4; Асыл. 5:9, 10-ды ла ҡара.)