19-СЫ ЙЫР
Мәсихтең үлемен иҫкә алыу кисәһе
-
1. Һиңә, Йәһүә, дан йырлайбыҙ
Йылдың был изге кисендә.
Зирәклек, көс-ҡеүәт һәм сикһеҙ мөхәббәт
Бөйөк даныңды күрһәтә.
Элек халҡыңды ҡотҡарғанһың
Пасах бәрәсе арҡылы.
Ә үткәс быуаттар, үтәлгән бар һүҙҙәр:
Бирелгән Мәсихтең ҡорбаны.
-
2. Һин шундай ҙур хаҡ түләгәнһең —
Икмәк һәм шарап иҫкәртә.
Иң бөйөк бүләгең — йоломо Мәсихтең
Өмөт ҡабыҙа йәшәүгә.
Һәр йыл Кисәне үткәрәбеҙ,
Иҫкә төшөрөп бүләкте.
Рәхмәтлебеҙ һиңә һәм Ғайса Мәсихкә,
Үлемдән ҡотҡарҙығыҙ беҙҙе.
-
3. Бөгөн бергәләп йыйылдыҡ беҙ
Һинең алдыңа, Йәһүә.
Йоломдо ҡәҙерләп, юғары баһалап,
Маҡтау беҙ йырлайбыҙ һиңә.
Тойғо-хистәрҙе яңыртабыҙ
Йылдың иң мөһим кисендә.
Мәңгелек тормошҡа өлгәшербеҙ алда,
Көн һайын эйәрһәк Мәсихкә.
(Лука 22:14—20; 1 Кор. 11:23—26-ны ла ҡара.)