22-СЕ ЙЫР
Алла Батшалығы килһен!
(Асылыш 11:15; 12:10)
-
1. Һиңә тиңдәр юҡ, Йәһүә,
Һин — мәңгелек Батша.
Улың ултырҙы тәхеткә,
Ҡеүәт бирҙең уға.
Тыуҙы Батшалығың күктә,
Үтәр ниәтеңде ерҙә.
ҠУШЫМТА
Күктә оло шатлыҡ —
Мәсих ҡулында хакимлыҡ.
Һорайбыҙ үтенеп:
«Ергә лә килһен Батшалыҡ».
-
2. Йәшәйбеҙ һуңғы көндәрҙә,
Шикләнмәйбеҙ быға.
Ваҡыт аҙ ҡалды Шайтанға,
Тиҙҙән яңы донъя.
Тыуҙы Батшалығың күктә,
Үтәр ниәтеңде ерҙә.
ҠУШЫМТА
Күктә оло шатлыҡ —
Мәсих ҡулында хакимлыҡ.
Һорайбыҙ үтенеп:
«Ергә лә килһен Батшалыҡ».
-
3. Сикһеҙ шатлыҡтан йырлайҙар
Бөтә фәрештәләр —
Күктән, ниһайәт, ҡыуылды
Шайтан менән ендәр.
Тыуҙы Батшалығың күктә,
Үтәр ниәтеңде ерҙә.
ҠУШЫМТА
Күктә оло шатлыҡ —
Мәсих ҡулында хакимлыҡ.
Һорайбыҙ үтенеп:
«Ергә лә килһен Батшалыҡ».
(Дан. 2:34, 35; 2 Кор. 4:18-ҙе лә ҡара.)