Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

27-СЕ ЙЫР

Алла улдарын донъяға күрһәтер

Алла улдарын донъяға күрһәтер

(Римдарға 8:19)

  1. 1. Тиҙҙән Алла күрһәтәсәк

    Үҙ улдарын беҙгә,

    Улар батша булыр күктә

    Мәсих менән бергә.

    ҠУШЫМТА

    Алла үҙ улдарын йыйыр

    Мәсих эргәһенә.

    Бергә улар еңеү яулар —

    Батшалыҡты данлар.

  2. 2. Ерҙә ҡалған майланғандар

    Күктән оран көтә,

    Шул заттарҙы баш фәрештә

    Тиҙҙән батша итә.

    ҠУШЫМТА

    Алла үҙ улдарын йыйыр

    Мәсих эргәһенә.

    Бергә улар еңеү яулар —

    Батшалыҡты данлар.

    КҮСЕШ

    Мәсих менән һуңғы яуға

    Майланғандар барыр,

    Улар күктә Батша менән

    Ныҡлы никах ҡорор.

    ҠУШЫМТА

    Алла үҙ улдарын йыйыр

    Мәсих эргәһенә.

    Бергә улар еңеү яулар —

    Батшалыҡты данлар.

(Дан. 2:34, 35; 1 Кор. 15:51, 52; 1 Фес. 4:15—17-не лә ҡара.)