Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

34-СЕ ЙЫР

Сафлыҡ юлында йөрөү

Сафлыҡ юлында йөрөү

(Зәбур 26)

  1. 1. Тоғромо, тип тикшер мине, Раббым.

    Мин, таянып һиңә, сафлығымда ҡалдым.

    Ныҡлап тикшер күңел түрҙәремде,

    Төптән һына мине, саф ит йөрәгемде.

    ҠУШЫМТА

    Аллам минең, ныҡлы ҡарар иттем:

    Йөрөрмөн һәр саҡта изге һәм саф юлда.

  2. 2. Ултырманым боҙоҡ кеше менән,

    Йыраҡ торҙом һәр саҡ яман әҙәмдәрҙән.

    Һин яуыздар менән бергә мине

    Һәләк итмә берүк, ҡотҡарсы йәнемде.

    ҠУШЫМТА

    Аллам минең, ныҡлы ҡарар иттем:

    Йөрөрмөн һәр саҡта изге һәм саф юлда.

  3. 3. Изге йортоң — уны мин яратам,

    Күп тырышлыҡ һалып, һиңә хеҙмәт итәм.

    Исемеңде, Раббым, данға күмәм,

    Ҡорбан килтерелгән ерҙән ҡабат үтәм.

    ҠУШЫМТА

    Аллам минең, ныҡлы ҡарар иттем:

    Йөрөрмөн һәр саҡта изге һәм саф юлда.

(Зәб. 25:2-не лә ҡара.)