Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

35-СЕ ЙЫР

Мөһимерәк нәмәләрҙе айыра белегеҙ

Мөһимерәк нәмәләрҙе айыра белегеҙ

(Филиптарға 1:10)

  1. 1. Теләйбеҙ айыра белергә

    Мөһим(е)рәк булған эштәрҙе,

    Аҡыл менән сарыф итергә

    Ҡиммәтле көстө, ваҡытты.

    ҠУШЫМТА

    Тик яҡшылыҡ эшләгәндә,

    Иң мөһимен

    Беҙ айыра белгәндә, Йәһүә

    Бик шатлана,

    Мул фатиха яуҙыра беҙгә.

  2. 2. Һөйләйбеҙ Батшалыҡ хаҡында,

    Мөһим(е)рәк эш бармы әллә?

    Ярҙам итәбеҙ бар кешегә

    Хәҡиҡәт юлын табырға.

    ҠУШЫМТА

    Тик яҡшылыҡ эшләгәндә,

    Иң мөһимен

    Беҙ айыра белгәндә, Йәһүә

    Бик шатлана,

    Мул фатиха яуҙыра беҙгә.

  3. 3. Әгәр мөһим эштә ҡатнашһаҡ,

    Кисерербеҙ ҡәнәғәтлек.

    Алла һаҡлар беҙҙең йөрәкте

    Һәм бирер йәнгә тыныслыҡ.

    ҠУШЫМТА

    Тик яҡшылыҡ эшләгәндә,

    Иң мөһимен

    Беҙ айыра белгәндә, Йәһүә

    Бик шатлана,

    Мул фатиха яуҙыра беҙгә.

(Зәб. 97:10; Яхъя 21:15—17; Флп. 4:7-не лә ҡара.)