Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

38-СЕ ЙЫР

Алла һиңә ҡеүәт бирер

Алла һиңә ҡеүәт бирер

(1 Петр 5:10)

  1. 1. Күреп ҡалған Алла ихлас йөрәгеңде,

    Хәҡиҡәткә һыуһап йөрөүеңде.

    Ҡараңғынан шунда һине ул сығарған,

    Һүҙе аша ниәттәрен асҡан.

    Уға тормошоңдо бағышланың,

    Һәм хәҙер ул һинең таянысың.

    ҠУШЫМТА

    Һине йолоп алған ул

    Мәсих ҡаны аша,

    Ҡеүәт бирер Алла

    Сыҙам, ныҡ булырға.

    Хоҙай һинең хаҡта

    Һәр саҡ наҙлап ҡайғырта,

    Ҡеүәт бирер Алла

    Сыҙам, ныҡ булырға.

  2. 2. Алла һинең өсөн Улын йәлләмәгән,

    Ғәйәт ҙур ҡорбанға әҙер булған.

    Был күрһәтә уның көслө мөхәббәтен,

    Һиңә терәк булып торасағын.

    Онотмай ул иман эштәреңде,

    Күрә һинең тоғро икәнеңде.

    ҠУШЫМТА

    Һине йолоп алған ул

    Мәсих ҡаны аша,

    Ҡеүәт бирер Алла

    Сыҙам, ныҡ булырға.

    Хоҙай һинең хаҡта

    Һәр саҡ наҙлап ҡайғырта,

    Ҡеүәт бирер Алла

    Сыҙам, ныҡ булырға.

(Рим. 8:32; 14:8, 9; Евр. 6:10; 1 Пет. 2:9-ҙы ла ҡара.)