Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

44-СЕ ЙЫР

Бойоҡҡан кешенең доғаһы

Бойоҡҡан кешенең доғаһы

(Зәбур 4:1)

  1. 1. Ишетсе, Йәһүә Аллам,

    Һинән бик үтенәм,

    Йәнем тыныслана алмай,

    Күңел ярам һыҙлай.

    Өмөт шәмем һүнеп бара,

    Ҡаҡшай ышанысым.

    Нисек һуң сыҙарға быға,

    Аллам, таянысым?

    ҠУШЫМТА

    Йәштәр түгеп, мин ялбарам,

    Хәлһеҙләндем, түҙә алмам.

    Торғоҙ мине, бик үтенәм,

    Иманымды нығыт, Аллам.

  2. 2. Ауыр саҡта һинең Һүҙең

    Бирә ҙур йыуаныс,

    Ҡайғы-хәсрәт баҫҡан мәлдә

    Миңә ул таяныс.

    Аллам, йөрәгемдән минең

    Күпкә һин ҙурыраҡ,

    Һинең мөхәббәтең бөйөк,

    Беләһең: мин — тупраҡ.

    ҠУШЫМТА

    Йәштәр түгеп, мин ялбарам,

    Хәлһеҙләндем, түҙә алмам.

    Торғоҙ мине, бик үтенәм,

    Иманымды нығыт, Аллам.

(Зәб. 42:6; 119:28; Рим. 8:26; 2 Кор. 4:16; 1 Яхъя 3:20-не лә ҡара.)