Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

45-СЕ ЙЫР

Күңел түремдәге уйҙарым

Күңел түремдәге уйҙарым

(Зәбур 19:14)

  1. 1. Аллам, минең күңел түрем,

    Тәрән ятҡан фекерҙәрем

    Йөрәгеңде ҡыуандырһын,

    Саф юлыңдан алып барһын.

    Ҡайғы-хәсрәт ныҡ баҫҡанда,

    Йоҡом осҡан ваҡыттарҙа

    Һиңә, Аллам, доға ҡылам,

    Сафлығымда тоғро ҡалам.

  2. 2. Уйҙарымды тикшер, Аллам,

    Йөрөт мине юлдарыңдан.

    Ышаныслы, изгелекле,

    Һинең һүҙең алтын төҫлө.

    Фекерҙәрең бик ҡиммәтле,

    Улар тәрән мәғәнәле.

    Теләйем мин уйланырға,

    Һеңдерергә, ҡулланырға.

(Зәб. 49:3; 63:6; 139:17, 23; Флп. 4:7, 8; 1 Тим. 4:15-те лә ҡара.)