Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

46-СЫ ЙЫР

Рәхмәт, Йәһүә!

Рәхмәт, Йәһүә!

(1 Фессалоникаларға 5:18)

  1. 1. Рәхмәт, Йәһүә, нур һибәһең беҙгә,

    Ғәжәп яҡтылыҡ, зирәклек һиндә.

    Рәхмәт, Атабыҙ, юл астың һәр кемгә

    Доға ҡылырға ихластан һиңә.

  2. 2. Рәхмәт, Йәһүә, ебәрҙең Мәсихте,

    Уның иманы донъяны еңде.

    Рәхмәт, етәкләйһең биреп рухыңды,

    Һәр көн күрһәтеп иң дөрөҫ юлды.

  3. 3. Рәхмәт, Аллабыҙ, был ғәйәт ҙур хөрмәт:

    Беҙгә тапшырҙың һин изге хеҙмәт.

    Рәхмәт, ғазапты юҡ итер Батшалыҡ,

    Ерҙә тантана итәсәк шатлыҡ.

(Зәб. 50:14; 95:2; 147:7; Кол. 3:15-те лә ҡара.)