Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

49-СЫ ЙЫР

Йәһүәнең йөрәген һөйөндөрәйек

Йәһүәнең йөрәген һөйөндөрәйек

(Ғибрәтле һүҙҙәр 27:11)

  1. 1. Һиңә бирҙек һүҙ, Йәһүә,

    Изге юлда гел йөрөргә.

    Ихлас теләйбеҙ һәр эштә

    Шатлыҡ һиңә килтерергә.

  2. 2. Улың ҡуйған идарасы

    Бөгөн ерҙә данлай һине.

    Рухи аҙыҡ ул өләшә,

    Көс-дәрт өҫтәп тора беҙгә.

  3. 3. Тура юлдан тайпылмаҫҡа

    Һорайбыҙ рух һинән, Алла.

    Данларбыҙ мәңге тик һине,

    Һөйөндөрөп йөрәгеңде.