Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

51-СЕ ЙЫР

Беҙ Аллаға бағышландыҡ!

Беҙ Аллаға бағышландыҡ!

(Матфей 16:24)

  1. 1. Беҙҙе Йәһүә йәлеп итте Мәсихкә,

    Теләйбеҙ уға эйәрергә.

    Күктәрҙән Алла беҙгә

    Хәҡиҡәт нурын һибә,

    Йөрәктә иман үҫә,

    Эйә булдыҡ өмөткә.

    ҠУШЫМТА

    Ысын күңелдән бағышландыҡ Аллаға,

    Йәшәрбеҙ шатлыҡ килтереп уға.

  2. 2. Хеҙмәт итергә тип Аллаға һүҙ бирҙек,

    Тоғро булырға беҙ ант иттек.

    Шатлыҡтан йөрәк йырлай,

    Күңелде бәхет солғай.

    Йәһүә — изге Алла,

    Хөрмәт һәм дан тик уға.

    ҠУШЫМТА

    Ысын күңелдән бағышландыҡ Аллаға,

    Йәшәрбеҙ шатлыҡ килтереп уға.

(Зәб. 43:3; 107:22; Яхъя 6:44-те лә ҡара.)