Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

60-СЫ ЙЫР

Яҡшы хәбәр йәшәү бирә

Яҡшы хәбәр йәшәү бирә

(Йәзәкил 3:17—19)

  1. 1. Был һуңғы көндәрҙә

    Бар кеше белһен шуны:

    Бик тиҙҙән етәсәк

    Алланың хөкөм көнө.

    ҠУШЫМТА

    Яҡшы хәбәр йәшәү бирә

    Башҡаларға һәм беҙгә.

    Һәр халыҡҡа, һәр милләткә

    Тырышасаҡбыҙ һөйләргә,

    Һөйләргә.

  2. 2. Ҡотҡарыу хәбәрен

    Таратабыҙ бар ерҙә,

    Йәһүә Аллаға

    Саҡырабыҙ килергә.

    ҠУШЫМТА

    Яҡшы хәбәр йәшәү бирә

    Башҡаларға һәм беҙгә.

    Һәр халыҡҡа, һәр милләткә

    Тырышасаҡбыҙ һөйләргә,

    Һөйләргә.

    КҮСЕШ

    Мөһим һәм ашығыс эш,

    Ул бит кеше ғүм(е)рен һаҡлай.

    Һөйләйбеҙ, өйрәтәбеҙ,

    Биреп тормош һыуын бушлай.

    ҠУШЫМТА

    Яҡшы хәбәр йәшәү бирә

    Башҡаларға һәм беҙгә.

    Һәр халыҡҡа, һәр милләткә

    Тырышасаҡбыҙ һөйләргә,

    Һөйләргә.

(2 Йыл. 36:15; Ишағ. 61:2; Йәз. 33:6; 2 Фес. 1:8-ҙе лә ҡара.)