Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

63-СӨ ЙЫР

Беҙ — Йәһүә шаһиттары!

Беҙ — Йәһүә шаһиттары!

(Ишағыя 43:10—12)

  1. 1. Кешеләр илаһ яһай,

    Бер хәҡиҡәтте белмәй:

    Хаҡ Алла — берҙән-бер,

    Ул күктә йәшәй.

    Кем әйтә ала беҙгә:

    Ни булыр икән алда?

    Ҡул менән яһалған илаһтар

    Был хаҡта бер ни белмәйҙәр.

    ҠУШЫМТА

    «Һеҙ шаһиттарым минең»,

    Йәһүә әйтә үҙе.

    Ул һәр ваҡыт үтәй вәғ(ә)ҙәһен

    Һәм башҡара ниәтен.

  2. 2. Ҙур бәхет тейҙе беҙгә

    Аллаға дан йырларға,

    Шаһитлыҡ бирәбеҙ

    Бөтә донъяға.

    Хәҡиҡәт азат итә,

    Ул бәхет-шатлыҡ бирә.

    Бар йыуаштар беҙгә ҡушыла

    Һәм Аллаға дан килтерә.

    ҠУШЫМТА

    «Һеҙ шаһиттарым минең»,

    Йәһүә әйтә үҙе.

    Ул һәр ваҡыт үтәй вәғ(ә)ҙәһен

    Һәм башҡара ниәтен.

  3. 3. Йәһүә көнө яҡын,

    Иҫкәртәбеҙ барыһын.

    Гел иғлан итәбеҙ

    Алланың данын.

    Кем яуыз эшен ташлай,

    Йәһүә уны хуплай.

    Хәҡиҡәтте һөйгән кешеләр

    Мәңге йәшәп һөйөнөрҙәр.

    ҠУШЫМТА

    «Һеҙ шаһиттарым минең»,

    Йәһүә әйтә үҙе.

    Ул һәр ваҡыт үтәй вәғ(ә)ҙәһен

    Һәм башҡара ниәтен.

(Ишағ. 37:19; 55:11; Йәз. 3:19-ҙы ла ҡара.)