Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

66-СЫ ЙЫР

Алланың изге серен иғлан итәйек

Алланың изге серен иғлан итәйек

(Асылыш 14:6, 7)

  1. 1. Бер сер оҙаҡ ваҡыт йәшерелгән булған,

    Тоҡом кем икәнен бер кем дә белмәгән.

    Зирәк Алла беҙгә изге серен асҡан,

    Иң яратҡан Улын ергә ул ебәргән.

    Хоҙай билдәләгән ваҡыт инде яҡын,

    Батша тәхетенә Алла ултыртҡан Улын,

    Ярҙамсылар уның өсөн һайлап алған

    Һәм уларҙың һәр береһен данға күмгән.

  2. 2. Үҙ ниәтен Алла беҙгә асҡан инде,

    Изге серҙе вәғәзләргә ваҡыт килде.

    Иғлан итәбеҙ Батшалыҡ тураһында,

    Фәрештәләр беҙгә ярҙам итеп тора.

    Алла шаһиттары булыу — оло хөрмәт,

    Сикһеҙ шатлыҡ беҙгә бирә был изге хеҙмәт.

    Дан килтерәйек Йәһүә Аллабыҙға,

    Ул ҡөҙрәтле һәм, һис шикһеҙ, лайыҡ быға.

(Марк 4:11; Ғәм. 5:31; 1 Кор. 2:1, 7-не лә ҡара.)