Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

71-СЕ ЙЫР

Беҙ — Йәһүә ғәскәре!

Беҙ — Йәһүә ғәскәре!

(Ефестарға 6:11—14)

  1. 1. Беҙ бер сафта торабыҙ

    Йәһ ғәскәрендә.

    Ҡаршылыҡтар булһа ла,

    Беҙ бергә һәр хәлдә.

    Вәғәзләйбеҙ хәбәрҙе

    Ер йөҙө буйлап.

    Хаҡ юлда йөрөйбөҙ,

    Тоғролоҡ һаҡлап.

    ҠУШЫМТА

    Беҙ бер сафта торабыҙ,

    Етәкләй Ғайса.

    Шатланып һөйләйбеҙ:

    Ул бөгөн Батша.

  2. 2. Йәһүәне данлайбыҙ,

    Көн дә ашҡынып.

    Йыуаштарҙы эҙләйбеҙ,

    Бар ерҙә тырышып.

    Саҡырабыҙ уларҙы

    Осрашыуҙарға,

    Хәҡиҡәт һыуы бит

    Мул аға унда.

    ҠУШЫМТА

    Беҙ бер сафта торабыҙ,

    Етәкләй Ғайса.

    Шатланып һөйләйбеҙ:

    Ул бөгөн Батша.

  3. 3. Беҙ бер сафта торабыҙ

    Йәһ ғәскәрендә.

    Һис тә ҡурҡып ҡалмайбыҙ,

    Ни булһа ла алда.

    Йәһүә ярҙам итә

    Ҙур һынауҙарҙа.

    Ныҡ, уяу торабыҙ

    Рух ярҙамында.

    ҠУШЫМТА

    Беҙ бер сафта торабыҙ,

    Етәкләй Ғайса.

    Шатланып һөйләйбеҙ:

    Ул бөгөн Батша.

(Флп. 1:7; Фил. 2-не лә ҡара.)