77-СЕ ЙЫР
Ҡараңғы донъяла яҡтылыҡ
(2 Коринфтарға 4:6)
-
1. Ҡараңғы донъяла йәшәп,
Беҙ күрҙек яҡтылыҡ.
Хәҡиҡәт нур бөркөп тора,
Яңы көн тыуҙыра.
ҠУШЫМТА
Дөм ҡараңғыла ул
Таң нурылай һибелә,
Өмөт биреп беҙгә.
Беҙ күреп торабыҙ:
Төн пәрҙәһе асыла,
Һәм көн тыуа.
-
2. Донъяла белмәйҙәр күптәр
Алланың ҡарашын.
Күрһендәр тиҙерәк улар
Хәҡиҡәт балҡышын.
ҠУШЫМТА
Дөм ҡараңғыла ул
Таң нурылай һибелә,
Өмөт биреп беҙгә.
Беҙ күреп торабыҙ:
Төн пәрҙәһе асыла,
Һәм көн тыуа.
(Яхъя 3:19; 8:12; Рим. 13:11, 12; 1 Пет. 2:9-ҙы ла ҡара.)