Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

78-СЕ ЙЫР

Алла Һүҙенә өйрәтәбеҙ

Алла Һүҙенә өйрәтәбеҙ

(Ғәмәлдәр 18:11)

  1. 1. Алла Һүҙен аңлатҡанда,

    Тоябыҙ ҙур шатлыҡ,

    Ә был эштән килгән файҙа

    Һис сағыштырмаҫлыҡ.

    Өйрәткәндә, Алла Улы

    Һөйөү сағылдырған.

    Шул сифатты беҙ күрһәтәйек,

    Өлгө алып унан.

  2. 2. Хәҡиҡәткә өйрәткәндә,

    Балҡый Алла нуры,

    Беҙҙең ихлас йөрәктәрҙе

    Күрһен бар ер шары.

    Көмөш эҙләгәндәй эҙләп,

    Рухи байлыҡ йыйһаҡ,

    Шунда беҙ өйрәтә алырбыҙ

    Ғайса Мәсих һымаҡ.

  3. 3. Оҫта итеп өйрәтергә

    Алла ярҙам итә,

    Доғабыҙға яуап бирә,

    Дөрөҫ юл күрһәтә.

    Алла Һүҙе — ул хәҡиҡәт,

    Бөтә кеше белһен.

    Мәсих эшен бар йыуаштар ҙа

    Дауам итә алһын.

(Зәб. 119:97; 2 Тим. 4:2; Тит. 2:7; 1 Яхъя 5:14-те лә ҡара.)