Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

81-СЕ ЙЫР

Пионер тормошо

Пионер тормошо

(Вәғәзсе 11:6)

  1. 1. Һыҙылып таң ата, яңы көн башлана.

    Йөрәктәр ашҡына

    Вәғәзгә тиҙерәк барырға.

    Берәүҙәр тыңлайҙар, башҡалар «юҡ» тиҙәр.

    Йылмайып, беҙ һөйләйбеҙ

    Алла хәбәрен һәр кемгә.

    ҠУШЫМТА

    Был юлды һайланыҡ

    Аллабыҙ хаҡына,

    Буйһонабыҙ әмерҙәренә.

    Эҫелә, ямғырҙа

    Бирешмәйбеҙ бер ҙә.

    Йәһүә, беҙ әйтәбеҙ һиңә: «Яратам».

  2. 2. Инде кис еткәндә, ҡояш байығанда,

    Арыуҙы онотоп,

    Беҙ ҡайтабыҙ өйгә шатланып.

    Тормошта Аллаға яҡшыһын биргәндә,

    Ул быны хуп күрә,

    Мул итеп фатиха яуҙыра.

    ҠУШЫМТА

    Был юлды һайланыҡ

    Аллабыҙ хаҡына,

    Буйһонабыҙ әмерҙәренә.

    Эҫелә, ямғырҙа

    Бирешмәйбеҙ бер ҙә.

    Йәһүә, беҙ әйтәбеҙ һиңә: «Яратам».

(Еш. 24:15; Зәб. 92:2; Рим. 14:8-ҙе лә ҡара.)