85-СЕ ЙЫР
Бер-беребеҙҙе йылы ҡабул итәйек
(Римдарға 15:7)
-
1. «Кил», — тип әйтәбеҙ һәр бер кешегә,
Тормош һыуын Йәһүә бирә.
Ул һәр кемгә йәшәү тәҡдим итә,
Бының өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ уға.
-
2. Беҙ Аллаға бик рәхмәтле һәр көн
Бар яуаплы ҡәрҙәштәр өсөн.
Гел дә яҡшы үрнәк күрһәтәләр,
Алсаҡ, киң күңелле, ярҙамсыл бит улар.
-
3. Бар эскерһеҙ, ихлас кешеләрҙе
Йәлеп итә Йәһүә үҙе.
Ул үҙ Улы аша эшләй быны,
Йылы ҡабул итәйек бөтә кешене.
(Яхъя 6:44; Флп. 2:29; Асыл. 22:17-не лә ҡара.)