Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

88-СЕ ЙЫР

Миңә үҙ юлдарыңды күрһәт

Миңә үҙ юлдарыңды күрһәт

(Зәбур 25:4)

  1. 1. Һинең алдыңа йыйылып, Йәһүә,

    Изге Һүҙеңде өйрәнәбеҙ.

    Беҙҙең юлдарға һибә яҡтылыҡ ул,

    Уны бигерәк ҡәҙерләйбеҙ.

    ҠУШЫМТА

    Юлдарыңды күрһәт, Аллам, миңә,

    Әмереңә ҡолаҡ һалғым килә.

    Мин рәхәтлек табам ҡануныңдан,

    Йөрөт мине изге һуҡмағыңдан.

  2. 2. Сикһеҙ аҡылың беҙҙе таң ҡалдыра,

    Ғәҙеллегеңә таянабыҙ.

    Һүҙең — хәҡиҡәт, йәшәү шишмәһе ул,

    Тәрәнлегенә һоҡланабыҙ.

    ҠУШЫМТА

    Юлдарыңды күрһәт, Аллам, миңә,

    Әмереңә ҡолаҡ һалғым килә.

    Мин рәхәтлек табам ҡануныңдан,

    Йөрөт мине изге һуҡмағыңдан.

(Сығ. 33:13; Зәб. 1:2; 119:27, 35, 73, 105-те лә ҡара.)