Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

89-СЫ ЙЫР

Нәсихәткә ҡолаҡ һал

Нәсихәткә ҡолаҡ һал

(Лука 11:28)

  1. 1. Мәсих әйткән һүҙҙәргә буйһонабыҙ,

    Әмерҙәре яҡты юл күрһәтә.

    Ысын бәхет асҡысын табасаҡбыҙ,

    Кәңәштәрен ҡулланһаҡ тормошта.

    ҠУШЫМТА

    Нәсихәткә ҡолаҡ һал,

    Йәһүәгә тоғро ҡал.

    Фатихалар урырға теләһәң,

    Нәсихәткә ҡолаҡ һал.

  2. 2. Ел-дауылда яҡлаулы буласаҡбыҙ,

    Йортобоҙҙо ҡаяла төҙөһәк.

    Тормош юлын ҡаҡшамаҫ итәсәкбеҙ,

    Ғайса һүҙен ентекләп үтәһәк.

    ҠУШЫМТА

    Нәсихәткә ҡолаҡ һал,

    Йәһүәгә тоғро ҡал.

    Фатихалар урырға теләһәң,

    Нәсихәткә ҡолаҡ һал.

  3. 3. Мул емештәр килтерә аласаҡбыҙ,

    Һыу буйында ултырған ағастай.

    Ерҙә беҙ мәңге ғүмер итәсәкбеҙ —

    Тыңлаусанды Йәһүә ҡалдырмай.

    ҠУШЫМТА

    Нәсихәткә ҡолаҡ һал,

    Йәһүәгә тоғро ҡал.

    Фатихалар урырға теләһәң,

    Нәсихәткә ҡолаҡ һал.

(Ҡан. 28:2; Зәб. 1:3; Ғиб. һүҙ. 10:22; Матф. 7:24—27; Лука 6:47—49-ҙы ла ҡара.)