96-СЫ ЙЫР
Алла Һүҙе — хазина
(Ғибрәтле һүҙҙәр 2:1)
-
1. Бер китаптың бөтә биттәренән дә
Өмөт, шатлыҡ, яҡты нур һибелә.
Ғәйәт көскә эйә бар һүҙҙәре лә,
Тере шишмә кеүек, йәшәү бөркә.
Был ҡиммәтле китап — Изге Яҙма ул,
Алла унда зирәк һүҙҙәр һалған.
Уны яҙған бөтә пәйғәмбәргә лә
Ул мул итеп изге рухын биргән.
-
2. Алла Һүҙен уҡып шуны беләбеҙ:
Хоҙай ерҙә ожмах хасил иткән.
Тәү кешеләр, ҡайғы-хәсрәт белмәйсә,
Унда рәхәтләнеп ғүмер иткән.
Тик, Алланың данын һанға һуҡмайса,
Бер фәрештә уға ҡаршы сыҡҡан.
Бар донъяны гонаһ баҫып алһа ла,
Изге Алла тормош юлын асҡан.
-
3. Бик шатлыҡлы мәлдә бөгөн йәшәйбеҙ:
Әле Ғайса Мәсих — Батша күктә.
Батшалыҡҡа оло өмөт бағлайбыҙ,
Тиҙҙән ул ер йөҙөн ожмах итә.
Эйе, Изге Яҙма — ҙур хазина ул,
Саф шишмәләй, йәнгә сихәт бирә.
Уны уҡып өгөт-кәңәш алабыҙ,
Рухи яҡтан беҙҙе ул бай итә.
(2 Тим. 3:16; 2 Пет. 1:21-ҙе лә ҡара.)